Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙОСОПОВ Ҡасим Нәзиф улы

Просмотров: 1075

ЙОСОПОВ Ҡасим Нәзиф улы (26.11.1935, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Сырышбаш а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Сыйрышбаш а.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1985), проф. (1991). РФ‑тың (2006), БАССР‑ҙың (1985), ТР‑ҙың (2007) атҡ. фән эшмәкәре, РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2008). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1959) Саҡмағош р‑нының Митрәй‑Әйүп урта мәктәбендә уҡыу‑уҡытыу эштәре б‑са урынбаҫар. 1961—65 йй. ВЛКСМ‑дың Саҡмағош р‑ны һәм Башҡортостан өлкә ком‑ттарында эшләй. 1968 й. алып СССР ФА УрБ БФҮ‑нең Иҡт. тикшеренеүҙәр бүлегендә: 1971 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р, 1972 й. – сектор мөдире. 1990 й. башлап Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс-иҡт. ин‑тында, 1995 й. — БДУ‑ла (2011 й. тиклем милли иҡт. каф. мөдире) уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге төбәк иҡтисады һәм төбәктең яңыртып етештереү потенциалы мәсьәләләренә арналған. Й. тарафынан халыҡ хужалығы комплексын баланс ысулы нигеҙендә тармаҡ‑ара һәм төбәк‑ара анализлауҙың фәнни йүнәлеше эшләнә. Й. төбәкте милли иҡтисадтың функциональ һәм бүлек системаһы өлөшө булараҡ комплекслы һәм системалы анализлауҙың теоретик‑методологик принциптарын булдыра. 425‑кә яҡын фәнни хеҙмәт, ш. уҡ “Имәндәр" (1995), “Сыйрышбаш хикмәттәре" (2001), “Тамырҙар" (2006), “Моңаймаҫ та инде, hай, был бала …” (2014; бөтәһе лә — татар телендә) һ.б. китаптар авторы. Ғ.Рамаҙанов ис. (2005), М.И.Тоҡомбәтов (2006) пр. лауреаты.

Хеҙм.: Автономная республика в системе  общественного воспроизводства. М., 1980; Макроэкономический  анализ регионального продукта.  Уфа, 2003  (авторҙ.); Региональная экономика. М., 2017 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Х.Сәғитов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: