Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЧИСТЯКОВ Константин Сергеевич

Просмотров: 1328

ЧИСТЯКОВ Константин Сергеевич (19.3.1970, Өфө), спортсы. Тау саңғыһы спорты б-са СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1988). БДПУ-ны тамамлаған (2005). “Зенит” ДСО-һы ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары Е.Г.Козлов, Т.Н.Козлова). Слалом-гигантта (1988), тиҙлеккә төшөүҙә һәм супергигантта (1989) СССР чемп., слалом-гигантта СССР халыҡтары спартакиадаһының көмөш призёры (1990), халыҡ-ара ярыштарҙа күп тапҡыр еңеүсе һәм призёр. Үҫмер спортсылар араһында өсбәйгелә донъя чемп. (1988). Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (1988, 1992). СССР (1986 й. алып), БДБ (1992) йыйылма командалары ағзаһы. 1996 й. башлап Тау саңғыһы спорты б-са СДЮШОР тренер-уҡытыусы­һы, 2003—13 йй. директоры.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: