Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАУ САҢҒЫҺЫ СПОРТЫ

Просмотров: 1441

ТАУ САҢҒЫҺЫ СПОРТЫ, ҡапҡалар м‑н билдәләнгән махсус трассалар б‑са саңғыла ваҡытҡа тауҙан төшөү. Тиҙлеккә төшөү, слалом, слалом‑гигант, супергигант һәм күпбәйге б‑са ярыш төрҙәре айырыла. Башҡортостанда Т.с.с. 20 б. 40‑сы йй. аҙ. Белорет ҡ. үҫеш ала. 1959 й. Юғары спорт оҫталығы мәктәбендә Т.с.с. бүлеге, 60‑сы й. башында “Хеҙмәт” ДСО‑һында, 60‑сы йй. аҙ. “Спартак” ДСО‑һында Т.с.с. секциялары асыла. 1978 й. Өфөлә “Зенит” ДСО‑һы эргәһендә Т.с.с. б‑са ДЮСШ ойошторола. Респ. йыл һайын Р.Шәйхисламов иҫтәлегенә (1983 й. алып), Салауат Юлаев ис. (1997 й. алып) һәм БР Т.с.с. һәм сноуборд федерацияһы (1996 й. алып) приздарына бөтә Рәсәй ярыштары үткәрелә. 2013 й. Өфөлә Халыҡ‑ара балалар уйындары сиктәрендә Т.с.с. б‑са ярыштар уҙғарыла. Халыҡ‑ара ярыштарҙа С.А.Гладышева, К.С.Чистяков юғары спорт ҡаҙаныштарына ирешә, ш. уҡ М.Н.Кедрин үҫмер спортсылар араһында донъя чемп. (1999) була. СССР чемп.: Н.Н.Перчаткина (1974; 2 тапҡыр, 1975; 1977), Л.В.Реус (1977—78; 2 тапҡыр, 1982; 1985—88), О.И.Логинова (1986—88, 1990). СССР беренселектәре еңеүселәре: И.Г. Лихорадова (1970), Н.Ф.Мөлөкова (1971), Т.Н.Перчаткина (1972, 1974), А.Ю. Балябин (1977), И.В.Реус (1981), А.Н. Шелепов (1983). Рәсәй чемп.: Л.Р.Раянова (9 тапҡыр, 2006—11). Олимпия уйындарында ҡатнашыусылар: Чистяков (1988, 1992), Гладышева (1992, 1994, 1998), Логинова (1994), Кедрин (2002), Раянова (2010). 2011 й. республикала составына “Аҡ Йорт” (Өфө), “Ҡуштау” (Стәрлетамаҡ ҡ.), “Морат” (Белорет), “Уяҙытау” (Октябрьский ҡ.), “Ҡыҙыл Шишмә” (Нуриман р‑ны Ҡыҙыл Шишмә а.) тау саңғыһы комплекстары, Өфө һәм Белоретта Т.с.с. б‑са спорт мәктәптәре (370‑тән ашыу кеше шөғөлләнә; 2012) ингән БР Тау саңғыһы һәм сноубордтың үҙәк клубы асыла. 1995 й. алып БР Т.с.с. һәм сноуборд федерацияһы эшләй. Т.с.с. м‑н тренерҙар В.Н.Астахов, Е.Г.Козлов, Т.Н. Козлова, В.Н.Михайлов, И.П.Скрябин, Л.П.Финк, А.Н.Шихалев һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019