ШИШМӘ УРТА МӘКТӘБЕ №2
ШИШМӘ УРТА МӘКТӘБЕ №2, Шишмә р‑нының ҡала тибындағы Шишмә ҡасабаһында урынлашҡан. 1912 й. урыҫ земство мәктәбе булараҡ асыла, 1914 й. алып урыҫ-башҡорт халыҡ училищеһы, 1918 й. — 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1930 й. — башланғыс мәктәп, 1932 й. — өлгөлө тулы булмаған урта мәктәп, 1957 й. башлап хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Компьютер класы, китапханаһы, тамаша, спорт залдары, тыуған яҡты өйрәнеү музейы, мед. һәм методика кабинеттары, йәшелсә һаҡлағысы, уҡытыу‑тәж. участкаһы бар. Урта мәктәпте 3 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2010), улар араһында Ф.З.Байбурин, Рәил М.Әсәҙуллин. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында мәктәп бинаһында Кременчуг-Александрия уҡсылар дивизияһының 776‑сы полкы урынлашҡан, балалар йорто эшләгән.
Ф.А.Әсәҙуллин
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина