ЙОСОФ
685
ЙОСОФ, Йосоп (?—1554), Нуғай Урҙаһы бейе (1549—54). Иҙеүкәй нәҫеленән. Кенәз Йосоповтар нәҫелен башлап ебәреүсе. 1530—40 йй. нураддин (Урҙала уң ҡанат хакимы). 1546 й. Сафагәрәйгә Ҡазан ханлығы тәхетен кире ҡайтарыуҙа ярҙам итә. Идара итеү осоронда көнсығыш дәүләттәр сәйәсәтен хуплаған әһелдәр башында тора. 1549 й., 1551 й. Ҡазан ханлығына сапҡындар ойоштора. Рәсәй сәйәсәте яҡлы ҡустыһы Исмәғил мырҙа м‑н үҙ-ара тартҡылашта үлтерелә. Й. улдары Ибраһим м‑н Ил Исмәғилгә ҡаршы көрәште дауам итә, һуңыраҡ урыҫ батшаһына хеҙмәткә күсәләр.
Ю.М.Йосопов
Тәрж. М.Х.Хужин
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар:
Связанные статьи: