Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЕЙ

Просмотров: 2125

БЕЙ (төр. — хаким, әфәнде, кенәз), бәк, төрки халыҡтарҙа юғары ҡатламға ҡараған кешенең титулы. Башҡорттарҙа ҡәбилә йәки ырыу башлығының быуындан‑быуынға күсә килгән титулы. Шәжәрәгә ярашлы, меңле ырыуы башлығы тип Урҙас бей, үҫәргәндәрҙә — Мөйтән бей, бөрйәндәрҙә — Бөрйән бей, табындарҙа Майҡы бей һаналған һ.б. Ҡайһы ваҡыт Б. бик хөрмәтле һәм абруйлы кешеләр араһынан һайлап ҡуйғандар (мәҫ., Бурнаҡ бейҙең вафатынан һуң юрматы ырыуының башлығы тип Тәтегәс бей иғлан ителгән). Б. ҡәбилә йәки ырыу биләгән терр‑яла хакимиәтлек һәм хөкөм ҡылыу вәкәләттәре булған (ҡара: Аҫабалыҡ). Йола хоҡуғы нормаларының үтәлеүен, барымтаға һәм ҡарымтаға йөрөүҙе, ырыу биләмәләре, көтөүлектәр һәм һыу сығанаҡтары сиктәренең һаҡланыуын, ырыу общинаһының эске тәртибе үтәлешен күҙәтеүҙе тормошҡа ашырған. Ситтән хәүеф янағанда Б. хәрби ополчениеға етәкселек иткән: “Һуңғы һартай” башҡ. хикәйәтенә ярашлы, Аҡһаҡ тимер отрядтарына ҡаршы торған башҡорттарға Ялыҡ бей етәкселек иткән. Ер биләү һәм ерҙе файҙаланыу хоҡуғында өҫтөнлөккә эйә булғандар, бик күп мал тотҡандар. Йыйындарға етәкселек иткәндәр, ҡоролтайҙарҙа ҡатнашҡандар. Башҡорт ырыуҙары берләшмәләренә Олуғ бейҙәр етәкселек иткән.

Б. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуының инициаторҙары булған (Айсыуаҡ бей, Аҙнай бей, Бикбау бей, Иҫке бей, Ҡәнзәфәр бей, Ҡаракүҙәк бей Мишәүәли, Күрпәс бей, Тәтегәс бей, Шәғәле Шаҡман бей һ.б.). Башҡорттарҙың урыҫ батшаһын “Аҡ бей” тип йөрөтөүе башҡ. йәмғиәтенең социаль структураһында “Б.” титулының ҙур әһәмиәткә эйә булыуын раҫлай. 17 б. алып әкренләп кенәз, мырҙа, тархан титулдары тарафынан ҡыҫырыҡлап сығарыла; ижт. функциялары старосталарға, һуңынан старшиналарға күсә.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 04.11.2019
Связанные статьи: