Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЫУАШ ТЕЛЕ

Просмотров: 1958

СЫУАШ ТЕЛЕ, төрки телдәрҙең береһе (болғар төркөмө). Сыуашстандың дәүләт телдәренең береһе. Шулай уҡ БР‑ҙа, ТР‑ҙа, Һамар, Ульяновск өлк. һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә таралған. Һөйләшеүселәр һаны – 1 млн 300 меңдән ашыу кеше; БР‑ҙа 98 меңдән күберәк кеше С.т. белә, ш. иҫ. 91 меңдән ашыу сыуаштар (2002). Болғар теленә барып тоташа. С.т. 2 төп диалектты айыралар: үрге (о‑лаштырып һөйләшеү) һәм түбәнге (у‑лаштырып һөйләшеү). Хәҙ. әҙәби С.т. 19 б. 2‑се ярт. үрге диалект нигеҙендә формалаша башлай. С.т. башҡа төрки телдәрҙән бик ныҡ айырыла. Фонетик үҙенсәлектәре: [р] өнө дөйөм төрки [з], [л] – [ш] өндәренә тап килә, мәҫ., сыуашса “хур” (ҡаҙ) ху[р] – дөйөм төрки “ҡаз” ҡа[з], “утмăл” (алтмыш) утмă[л] – “алтмыш” алтмы[ш]; [ы] һуҙынҡы фонемаһы тик беренсе ижектә генә ҡулланылырға мөмкин, мәҫ., сыуашса “тымар” – башҡортса “тамыр”, ҡалған һуҙынҡылары бөтә позицияларҙа ла осрай; сонор тартынҡылар төрлө фонетик позицияларҙа ҡулланыла; тартынҡыларҙың йомшаҡлығы һәм ҡатылығы уларҙың һүҙҙәге позицияһы м‑н билдәләнә, тик [л], [н], [т] тартынҡыларының йомшаҡлығы позицион яҡтан сикләнмәгән – уларҙың үҙ аллы йомшаҡ варианттары бар [л’], [н’], [т’]: “халь” (хәҙер) – “хал” (көс), “юрать” (ярай, бара) – “юрат” (яратырға) һ.б. Морфологияһы өсөн дөйөм төрки телендәге күплекте күрһәткән ‑лар урынына эйәлек аффиксы м‑н бер үк ваҡытта ҡулланылғанда унан һуң килгән (башҡа төрки телдәрҙә – уға тиклем) ‑сем ҡулланыла, мәҫ., сыуашса “сěтел‑ěм‑ěр‑сем” – башҡортса “өҫтәл‑дәр‑ебеҙ”; алмаш һүҙҙәр яһаған та‑/те‑ һәм ни‑ префикстары ҡулланыла, мәҫ., “такам” (кемдер), “никам” (бер кем); төп һандарҙың тулы (абстракт иҫәпләүҙә ҡулланыла) һәм ҡыҫҡа (предметтарҙың һанын билдәләү өсөн) формалары бар, мәҫ., сыуашса “пěррě” һәм “пěр” – башҡортса “бер”, “виҫҫě” һәм “виҫě” – “өс”. С.т. синтаксисы зат мәғәнәһен белдергән хәбәрлектең суффиксы булмауы: “эпир студентсем” (беҙ студенттар); хәбәр алдынан әйтелгәндәрҙең мәғәнәүи үҙәген ҡуйыу м‑н характерлана: “пичче ыран яла каять” (өлкән ағай иртәгә бара ауылға), “пичче яла ыран каять” (өлкән ағай ауылға бара иртәгә) һ.б. Яҙыуы кириллица нигеҙендә башҡарыла. Алфавиты 37 хәрефтән тора. БР‑ҙа С.т. уҡытыу 27 мәктәптә һәм 4 мәктәп филиалдарында алып барыла; тел предмет булараҡ 93 мәктәптә өйрәнелә. С.т. б‑са белгестәр БДУ‑ның Стәрлетамаҡ филиалында (ҡара: Стәрлетамаҡ педагогия академияһы), Бәләбәй педагогия колледжында һәм Стәрлетамаҡ киң профилле һөнәр биреү колледжында әҙерләнә. “Аургаза хыпарси” (ҡара: “Аургазинский вестник”), “Урал сасси”, “Ҫутă ҫул” (ҡара: “Светлый путь”) гәз. С.т. сыға.

Әҙәб.: Чувашский язык: история и современность. Чебоксары, 1994.

Л.В.Власова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: