СЫУАШТАР
СЫУАШТАР (үҙ атамаһы саваш), Сыуашстандың төп халҡы. С. һаны 1989 й. РСФСР‑ҙа – 1773,6 мең кеше, Сыуаш АССР‑ында – 906,9 мең; 2010 й. РФ‑та – 1435,8 мең, Сыуаш Респ. 814,7 мең кеше тәшкил итә. БАССР‑ҙа 1989 й. С. һаны – 118,5 меңдән ашыу; БР‑ҙа 2010 й. 107,4 мең кеше була. Айырыуса Стәрлетамаҡ (14,3 мең кеше), Өфө (9,4 мең), Салауат (3,2 мең), Күмертау (2,3 мең), Октябрьский (1,9 мең) ҡҡ., Бәләбәйҙә һәм Бәләбәй р‑нында (13,6 мең), Ауырғазы (10,8 мең), Бишбүләк (9.2 мең), Стәрлетамаҡ (4,7 мең), Ҡырмыҫҡалы (4,9 мең) р‑ндарында тупланып йәшәйҙәр. С. күбеһе сыуаш телендә, урыҫ телендә, татар телендә, бер өлөшө башҡорт телендә һөйләшә. Диндарҙарының төп өлөшө – православие, бер өлөшө ислам динен тота, мәжүсилек осрай. С. составында өҫкө (вирьял, тури), урта (анат енчи) һәм аҫҡы (анатри) этник төркөмдәр билдәле. Башҡортостанда С. Ыҡ‑Сөн, Ыҡ буйы, Ағиҙел буйы һәм Үрге Ағиҙел локаль төркөмдәргә бүленә. С. Башҡортостан терр‑яһына күсеүе 16 б. 2‑се ярт. башлана, башлыса Кама аръяғы сик һыҙығы буйлап төньяҡ һәм көнбайыш төбәктәрҙә ултырғандар. Ырымбур сик һыҙығы төҙөлөү һәм Ырымбурға нигеҙ һалына башлау м‑н, С. күбеһе Ағиҙел һәм Ыҡ йй. (Кама й. ҡушылдығы) араларына таралған. С. башлыса керҙәш булып башҡорттарҙың аҫаба ерҙәренә күсеп ултырған. Өфө губернаһында сыуаш халҡы Бәләбәй өйәҙендә, Стәрлетамаҡ өйәҙендә, Өфө өйәҙендә һәм Минзәлә өйәҙендә тығыҙ тупланып йәшәгән. Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре б‑са, С. һаны 1897 й. Өфө губ. – 60,6 мең, 1939 й. БАССР‑ҙа 106,8 мең кеше булған. Игенселек хужалыҡтың төп тармағы булған, һыйырсылыҡ, ҡошсолоҡ, умартасылыҡ, йәшелсәселек, һунар, балыҡсылыҡ һәм емеш‑еләк йыйыу ярҙамсы урын биләгән. Иген культураларынан арыш, борай, һоло, арпа, һирәгерәк бойҙай, ҡарабойҙай, техник культураларҙан киндер, етен, ҡомалаҡ, йәшелсә культураларынан картуф, кәбеҫтә, һуған, борсаҡ һ.б. сәскәндәр. Ағастан кәрәк‑яраҡ һәм йөрөү саралары эшләү, ағасты семәрләү, талдан һәм һаламдан үреп әйберҙәр яһау, туҡыусылыҡ, сигеү, бәйләү һ.б. м‑н шөғөлләнгәндәр. Ат арбаһы, кырандас, ҡыш көндәре утын санаһы, терһәкле сана, артлы һәм ултырғыслы екке саналар С. традицион йөрөү саралары булған. Ағас каркаслы, өҫтән тире йә ҡабыҡ м‑н ябылған туй көймәле арбаһы (куме) айырылып торған. Һыу транспортының традицион төрҙәре булып таҡтанан эшләнгән һәм ағастан соҡоп яһалған кәмәләр һаналған. Торамалары ауыл (ял), һуңыраҡ бүлендек ауыл, утар тибында булған. Йорт‑ҡураларының планировкаһы Г йәки П рәүешендә төҙөлгән, ихата өй (пурт, зурт), келәт (келет), аласыҡ (лаз), мунса (мунча), мөгәрәп (няхреп), һарай һ.б. ҡаралтыларҙан торған. Торлаҡтар башлыса бурап эшләнгән (көньяҡ райондарҙа балсыҡ йә самандан) 4 стеналы, соланлы, күп бүлмәле (19 б. башлап таралғандар), ҡабыҡ, транса, таҡта йәки һалам м‑н ябылған ике яҡлы ҡыйыҡлы өйҙәрҙән торған. Мейес (камака), һике (сак), һәндерә (сентре), эскәмйәле өҫтәл һ.б. традицион интерьерҙың төп элементтары булған. Торлаҡты эске яҡтан биҙәгәндә төрлө төҫтәге һуғылған балаҫ, шаршау, ашъяулыҡ, сигеүле таҫтамал, селтәрҙәр һ.б. ҡулланғандар. Традицион ҡатын‑ҡыҙ кейеме киндер, һуңыраҡ төрлө ептән туҡылған мул итеп тегелгән күлдәктән (кепе), алъяпҡыстан (саппун, черситти), билбауҙан (хырамоли) торған. Баш кейеменә етен, йөн, сатин, ебәк яулыҡтар (тутар, явлак), ситтәре ҡайылған һәм селтәрле, таҫтамал рәүешендәге киндер туҡыма (сурпан) ингән. Еткән ҡыҙҙар – сәйлән һәм ваҡ тәңкәләр м‑н биҙәлгән торҡа рәүешендәге башлыҡ (тухья), өлкән ҡатын‑ҡыҙ мәрйен, төҫлө сәйлән һәм көмөш тәңкәләр м‑н биҙәп тегелгән башлыҡ кейгән. Традицион ҡатын‑ҡыҙ биҙәүестәре: муйынсаҡ (шарса), сәйлән, тәңкәләрҙән (суха, тенкелле мая) теҙелгән муйынсаҡ, сулпы (сурпан сакки, шулкеме), уҡа, тәңкәләр теҙмәһе, сәйлән һ.б. м‑н биҙәлгән, тәңкә баҫып тегелгән түшелдерек (сухал, кепе уме, усу), бәйләмес (тевет), балдаҡ (сере), һырға (халханки), сәс биҙәүестәре (сивет шере‑__пи, ярапа) булған. Традицион ирҙәр кейеме мул итеп тегелгән киндер күлдәктән (кепе), туҡылған йәки үрелгән суҡлы билбауҙан (писиххи) һәм ыштандан (йем) торған. Баш кейеменә кейеҙ эшләпәләр, тиренән тегелгән башлыҡтар (селек) ҡараған. Ирҙәр һәм ҡатын‑ҡыҙҙың өҫ кейеме буҫтауҙан тегелгән сәкмәндән (сахман), сатиндан йә кизе‑мамыҡ туҡыманан тегелгән бөрмәле еләндән (йелен), һарыҡ тиреһенән тегелгән тундан (керек) торған, аяҡтарына сабата (сапата), итек, калуш, ботинка, быйма (самата, касата) кейгәндәр. С. традицион аш‑һыуы игенселек һәм малсылыҡ продукттарын бергә ҡулланыуға ҡоролған. Төрлө йәшелсә һәм ит һурпалары, туҡмаслы йә сумарлы аш (салма яшки, замах яшки), щи, бутҡа (пата) һ.б. таралған. Ит аштарынан ярма һәм туралған ит һалып бешерелгән колбаса (тултармаш), туралған ит һәм май һалып әҙерләнгән һарыҡ ҡарыны (шарттан) ҡулланғандар. Байрамдарҙа ит, ярма йә картуф һалынған ҙур түңәрәк бәлеш (хуплу), көлсә, картуфлы йә эремсекле бәрәмәс (пуремеч) һ.б. бешергәндәр. Өй шарттарында әҙерләнгән һыра (сара), кеүәҫ, әсегән бал (карчама), бал (симпыл), ҡымыҙ (камас), май айраны (уйран) эскәндәр. С. ғаилә‑никах мөнәсәбәттәрендә традицион һыҙаттар һаҡланған: бәләкәй ғаиләләр (5–8 кеше) күп булған, һирәгерәк күмәк йәшәгән ҙур ғаиләләр (12–40 кеше) осраған. Ғаилә башлығы булып иң өлкән ир, ҡағиҙә булараҡ, олатай (асатте) иҫәпләнгән, уның ҡатыны (асанне) ҡатын‑ҡыҙ араһында ойоштороусы булған. Традицион ғаилә байрамы һәм йолалары кеше тормошоноң төп этаптарын сағылдырған. С. туй 4–5 көн дауам иткән, кәләш яғында ла, кейәү яғында ла үткәрелгән. Ҡыҙ димләү, бирнә түләп алыу, бүләк бирешеү, кейәүҙең дуҫ егеттәре, кәләштең әхирәттәре йырлауы һ.б. айырыуса бай йөкмәткеле булған. Ерләү йолалары консервативлығы м‑н айырылған, мәжүсилек һәм православие традициялары бергә үрелеп барған. Ҡояшты (заварни) хөрмәтләп, ата‑бабаларҙы (манкун), мал‑тыуарҙы (сурхури) ҡурсалаған рухтарға табынып, йолалар һәм сәсеү эштәре бөтөүгә (акатуй), тәбиғәт сәскә атыуға (уяв) һ.б. арнап байрамдар үткәреү игенселек календары м‑н бәйле булған. Сәсеү эштәре бөтөү м‑н С. ҡорбан килтергән һәм ямғыр саҡырыу (зумар чяк) йолаһы үткәргән. Уңыш йыйыу эштәре тамамланғас, рәхмәт әйтеп (кер сари, чуклеме), ата‑бабалар рухына арнап доға ҡылғандар (автан яшки). Музыка ҡоралдарынан волынка (шапар), көснә (кесле), скрипка (серме купас), һыбыҙғы (шахлич), барабан (параппан), 19 б. 2‑се ярт. алып ш. уҡ балалайка (тамра), гармун (хут купас), һуңыраҡ гитара, мандолина, баян һ.б. таралған. Сыуаш фольклоры йыр (ҡунаҡ, туй, сәңгелдәк, мәрхүмде иҫкә алыу, рекрут, тарихи һ.б. йырҙар), әкиәт, мәҡәл, легенда һәм риүәйәттәрҙән ғибәрәт. БР‑ҙа Сыуаштар канашы (съезы), 1986 й. алып Сыуаш мәҙәниәте йәмғиәте, 1993 й. – Сыуаш йәштәре союзы, 1995 й. – “Һыуыҡшишмә” тарихи-мәҙәни үҙәге, Бишбүләк р‑нының Бишбүләк а. сыуаш халҡын хеҙмәтләндереү китапханаһы эшләй. 70‑тән ашыу сыуаш фольклор ансамбле, ш. иҫ. “Нарспи” ансамбле, ойошторолған. Халыҡ ижадына арналған “Акатуй”, “Уяв” (Бишбүләк, Ҡырмыҫҡалы һ.б. р‑ндарҙа) традицион сыуаш байрамы һәм фестивалдәре, “Шапчак сасси” (“Һандуғас тауышы”) Төбәк‑ара сыуаш йырын йәш башҡарыусылар конкурсы үткәрелә. Сыуаш телендә “Урал сасси” гәз. сыға.
И.Г.Петров
Тәрж. М.В.Хәкимова