Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙӘРМӨХӘМӘТОВ Зиннур Ғөбәйҙулла улы

Просмотров: 1307

ЙӘРМӨХӘМӘТОВ Зиннур Ғөбәйҙулла улы (3.2.1948, БАССР‑ҙың Баймаҡ районы Хәсән а. — 20.6.2022, Мәскәү ҡ.), иҡтисадсы. Техник фәндәр кандидаты (1998), иҡтисад фәндәре докторы (2005). БР‑ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1998). Магнитогорск тау‑металлургия институтының тау (1976) һәм иҡтисад (1979) факультеттарын тамамлаған. 1970—71 йй. 34‑се ПТУ‑ла (Сибай ҡ.) производствоға уҡытыу мастеры. 1976 й. алып Баҡал руда идаралығының “Сидерит” ер аҫты шахтаһы тау мастеры. 1979—2019 йй. Сибай ҡ.: Башҡортостан махсуслаштырылған ремонт‑төҙөлөш идаралығында, 1981 й. алып Башҡортостан баҡыр‑көкөрт комбинатында (өлкән нормалаусы, 1982 й. — партия эшендә); 1990 й. — халыҡ депутаттарының ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1992 й. — ҡала хакимиәте башлығы, 1999 й. — БДУ‑ның Сибай институты директоры, бер үк ваҡытта 2006 й. башлап һалымдар һәм һалым һалыу кафедраһы мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге республиканың хужалыҡ комплекстарының формалашыуы һәм эшләүе мәсьәләләренә арналған. “Почёт Билдәһе” ордены менән бүләкләнгән (1986). БДУ‑ның Сибай институты бинаһына Й. мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

  Х е ҙ м.: Проблемы социально‑экономического развития уральского региона Республики Башкортостан. Уфа, 2001 (авторҙ.); Социально‑экономические проблемы в регионах и их военно‑экономические проявления. М., 2003; Башкирский медно‑серный комбинат. Сибай, 2011 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Х.Сәғитов

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 13.02.2023
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: