ЯРУЛЛИН Рауил Рафаэль улы
ЯРУЛЛИН Рауил Рафаэль улы (12.4.1961, БАССР‑ҙың Салауат р‑ны Һарғамыш ҡсб), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2003), проф. (2006). Ҡазан финанс‑иҡт. ин‑тын тамамлағандан һуң (1983) БАССР Финанс министрлығында өлкән ревизор‑инспектор; 1987 й. алып Ҡазан финанс‑иҡт. ин‑тында эшләй. 1993 й. башлап (өҙөклөк м‑н) БДАУ‑ҙа (1997 й. — финанстар каф. мөдире). 1994—97 йй. БР б‑са Дәүләт һалым инспекцияһында: баш дәүләт һалым инспекторы, бүлек нач. урынбаҫары; 2010 й. алып Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад. эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге дәүләт һәм муниц. финанстарҙы, бюджет‑һалым системаһының теоретик һәм методик аспекттарын өйрәнеүгә арналған. Я. тарафынан тәбиғәт ресурстарына рента һалыу концепцияһы эшләнә. 650‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.
Х е ҙ м.: Земельные рентные платежи сельскохозяйственных предприятий. М., 2002; История финансовой мысли. М., 2017.
Тәрж. А.Н.Күсеев