Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РЕНТА

Просмотров: 1096

РЕНТА (нем. rente), е р р е н т а һ ы, ер биләүсенең ер участкаһын ҡуртымға биреүҙән алған табышы. Р. күләме тәбиғи (тупраҡтың уңдырышлылығы, ер участкаһы урынлашҡан урын) һәм иҡт. факторҙарға (өҫтәмә капитал һалыу, ергә һорау булыуы) бәйле. Р. а.х. етештергән продукттар хаҡына инә. Абс. (ерҙең хосуси милектә булыуы, ер участкаһы торошона бәйле булмауы) һәм дифференциаль (Р. I ерҙең айырым участкаларының уңдырышлылығы һәм урынлашҡан урыны айырмаһына, Р.00 II өҫтәмә капитал һалыуға бәйле) Р. айырыла. Иҫәп‑хисап Р. абс. һәм дифференциаль табыш суммаһына тигеҙ. Рәсәй закондарына ярашлы ауыл хужалығы ерҙәренең 1 га алынған Р. тулайым продукция хаҡының 1%‑ын тәшкил итә, йәки 12 һум/га торошло; дифференциаль Р. тулайым продукция ҡиммәте һәм уны етештереү хаҡы айырмаһы булараҡ билдәләнә. Капиталлаштырылған рента табышы (иҫәп‑хисап Р. һәм капиталлаштырыу мөҙҙәтенең ҡабатландығы) ерҙе кадастр баһалау нигеҙенә һалынған (ҡара: Ер кадастры). Башҡортостанда а.х. ерҙәренең уртаса кадастр хаҡы (һум/га): 2001— 02 йй. — 10100, 2007 й. — 17595. Р. теорияһына А.А.Асҡаров, Ү.Ғ. Ғосманов, И.Д.Стафийчук, Ғ.Ә. Хәбиров, Р.Р.Яруллин һ.б. тикшеренеүҙәре арналған. Шулай уҡ ҡара: Ерҙе файҙаланыу, Ерҙеœ иҡтисади баһаһы.

И.Д.Стафийчук

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019