Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КЕҪӘРТКЕЛӘР

Просмотров: 1488

 

КЕҪӘРТКЕЛӘР (Lacertilia), һөйрәлеүселәр отряды. 20‑нән ашыу ғаиләһе, 4300 төрө билдәле, Антарктиданан башҡа бөтә континенттарҙа таралған. БР‑ҙа орсоҡ йыландар (орсоҡ йылан) һәм ысын К. (бала тыуҙырыусы К. һәм сос К.) ғаиләһенә ҡараған 3 төрө бар. Кәүҙәһе валик формаһында, тығыҙ, ян-яҡтан ҡыҫылған йәки цилиндр һымаҡ, оҙонлоғо 15‑тән алып (бала тыуҙырыусы К.) 45 см тиклем (орсоҡ йылан), мөгөҙ тәңкәләр м‑н ҡапланған. Тиреһе ҡоро, биҙһеҙ. Ата сос К. арҡаһы башлыса йәшел төҫтә (инә К. — һоро), ҡорһағы аҡ йәки тоноҡ йәшел, ҡара таплы; бала тыуҙырыусы К. кәүҙәһенең өҫкө өлөшө көрән төҫтә, ҡарағусҡыл йәки асыҡ һыҙатлы, ата К. аҫҡы өлөшө ҡыҙғылт һары, инә К. — аҡһыл һоро йәки йәшкелт. Башы бәләкәй, муйынынан аҙ айырылған, күҙ ҡабағы хәрәкәтсән, айырым. Конус формаһындағы ваҡ осло тештәре, ҡолаҡ тишеге һәм ҡолаҡ ярыһы үҫешкән, Якобсон ағзаһы (төрән-танау ағзаһы) бар. Аяғы биш бармаҡлы йәки бармаҡһыҙ (орсоҡ йылан). Бала тыуҙырыусы К. һәм сос К. боттарының эске яғында күҙәүҙәр урынлашҡан, уларҙан үрсеү осоронда мөгөҙләнгән күҙәнәктәр бүленеп сыға. Күп К. ҡурҡыныс тыуғанда ихтыярһыҙ рәүештә ҡойроғоноң бер өлөшөн өҙөп ҡаса, ҡайтанан үҫкәне ҡыҫҡараҡ була. Енси диморфизм хас: ата К. ҡойроғо оҙонораҡ. Енси яҡтан 2—3 йылда өлгөрә. Аталаныу эстә була. Инә К. соҡорға 6—12 йомортҡа һала (сос К.) йәки балаларын йоҡа үтә күренмәле тышсала тыуҙыра (бала тыуҙырыусы К.). 5 йылға яҡын йәшәй. Көндөҙ, һирәгерәк эңерҙә әүҙем. Сент. аҙ. имеҙеүселәрҙең өңдәренә, ағас тамырҙары аҫтындағы бушлыҡтарға инеп ҡышлай, май башында сыға. Ер өҫтө умыртҡаһыҙҙары (балдаҡлы селәүсендәр, моллюскылар, үрмәкселәр, бөжәктәрҙең балағорттары һәм имаголары) м‑н туҡлана. Сос К. даланың ҡоро ҡояшлы урындарында, урман аҡландарында, уба битләүҙәрендә, бала тыуҙырыусы К. респ. бөтә терр‑яһында киң япраҡлы урмандарҙа, һыу ятҡылыҡтары янында йәшәй. Орсоҡ йылан БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Әҙәб.: Хабибуллин В.Ф. Фауна пресмыкающихся Республики Башкортостан. Уфа, 2001.

В.Ф.Хәбибуллин

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 29.03.2023
Связанные статьи: