Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОРСОҠ ЙЫЛАН

Просмотров: 1070

ОРСОҠ ЙЫЛАН, б а ҡ ы р к е ҫ ә р т к е (Anguis fragilis), кеҫәрткеләр отрядының орсоҡ йыландар ғаиләһенә ҡараған кеҫәртке. Евразияла һәм Африканың төньяҡ-көнбайышында таралған. Оҙонлоғо 60 см тиклем. Кәүҙәһе орсоҡ формаһында, йылан һымаҡ (аяҡһыҙ), шыма тәңкә м‑н ҡапланған. Арҡаһы көрәнһыу һоро, бронза ялтырауыҡлы, енси яҡтан өлгөргән ата кеҫәрткеләрҙең арҡаһында ҡауышыу осоронда зәңгәр йәки күк төҫтәге таптар барлыҡҡа килә, ҡорһағы ҡара төҫтә. Башы бәләкәй, муйыны ҡыҫҡа. Күҙ ҡабаҡтары ҙур, хәрәкәтсән. Танау тишектәре бәләкәй танау ҡалҡансығының артҡы өлөшөндә урынлашҡан. Теле ҡыҫҡа, ике йәпле. Ҡойроғо оҙон (21 см тиклем), хәүеф тыуғанда О.й. уны өҙөп ҡаса, һуңынан ҡойроғо ҡабат үҫә. Енси яҡтан 3—4 йылда өлгөрә, инә кеҫәртке тышы үтә күренмәле 5—20 йомортҡа һала, уларҙан шунда уҡ йәш кеҫәрткеләр сыға. Эңерҙә һәм төндә әүҙем. Имеҙеүселәрҙең өңдәрендә, серек ағас төптәрендә, ҡырмыҫҡа ояларында, урман түшәмәһендә ҡышлай. Селәүсендәр, бөжәктәрҙең балағорттары, ер өҫтө моллюскылары һ.б. умыртҡаһыҙҙар м‑н туҡлана. Ҡатнаш һәм япраҡлы урмандарҙа, болондарҙа йәшәй. БР‑ҙа башлыса тау-урман һәм урман-дала зоналарында осрай. Урман ҡоротҡостарын юҡ итә. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

В.Ф.Хәбибуллин

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: