Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЕШМӘ, инфекцион ауырыу

Просмотров: 1397

БЕШМӘ, кеше һәм хайуандарҙың киҫкен инфекцион ауырыуы, уға интоксикация, биҙгәк тотоу, ауыҙ һәм танау ҡыуышлыҡтарының лайлалы тиресәһендә, тирелә афтылар һәм эрозиялар барлыҡҡа килеү хас. Б. тыуҙырыусы — Aphthovirus затының Picornaviridae ғаиләһенә ҡараған вирус, 7 серотибы, яҡынса 70 варианты бар; тышҡы мөхиттә сыҙамлы. Зыянһыҙ һәм яман формаларға бүленә. Һыйыр малы һәм ваҡ мал, дөйә, ҡырағай ҡуш тояҡлылар, сусҡа һ.б. бирешеүсән; йылҡы ауырымай, ләкин вирусты йөрөтөүсе була ала. Кешегә һирәк осраҡта йоға. Инфекция сығанаҡтары — ауырыу хайуандар һәм вирус йөрөтөүселәр. Вирус тышҡы мөхиткә афтылар шыйыҡлығы, һөт, бәүел, тиҙәк м‑н эләгә, ш. уҡ һуйылған ауырыу мал итендә һәм ҡанында була. Алиментар, аэроген һәм аралашыу юлы м‑н ауыҙ һәм танау ҡыуышлығының лайлалы тиресәһе, тире аша йоғоуы мөмкин. Вирус эпителий күҙәнәктәренә үтеп инә, үрсей, күҙәнәк элементтарын тарҡата, был ҡыуыҡсалар ҡыуышлығында экссудат йыйылыуға (афтылар), эрозияға, икенсел бактериаль инфекция үҫешенә килтерә. Инкубация осоро 1—7 тәүлек (һирәгерәк 3 аҙна) дауам итә. Хайуандарҙа төп билдәләре: тән т‑раһы күтәрелеү, күп шайыҡ ағыу, афтылар барлыҡҡа килеү, һөт продуктлылығы кәмеү, аҡһаҡлыҡ, ашҡаҙан-эсәк юлдары эшмәкәрлеге боҙолоу һ.б. Ауырыу яман формала үткән осраҡта хайуандарҙың күпләп үлеүе күҙәтелә. Диагностика өсөн эпизоотологик, клиник һәм лаб. (вирусологик, серологик) тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау (кәрәк булғанда) симптоматик (гипериммун сыворотка һ.б.). Иҫкәртеү: вакцинация, ветеринария-санитария ҡағиҙәләрен үтәү, карантин саралары, дезинфекция һ.б. Башҡортостанда һыйыр малының Б. м‑н ауырыуы һуңғы тапҡыр 1980 й. теркәлгән. 20 б. 70‑се йй. Ветеринария лабораторияһында Б. эпизоотологияһы өйрәнелә, уны диагностикалау һәм булдырмау ысулдары эшләнә (Р.Х.Йәнекәев һ.б.). БР Ветеринария идаралығында ауырыуҙы бөтөрөү саралары эшләнгән (В.М.Болдырев һ.б.).

Әҙәб.: Болдырев В.М., Еникеев Р.Х. Об эффективности противоящурных вакцин //Труды Башкирского сельскохозяйственного института. Уфа, 1973. Т.15.

У.Ғ.Ҡадиров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019