Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВЕТЕРИНАРИЯ ЛАБОРАТОРИЯҺЫ

Просмотров: 1200

ВЕТЕРИНАРИЯ ЛАБОРАТОРИЯҺЫ. Малдың инфекцион, йоғошло һәм йоғошһоҙ ауырыуҙарына диагностик тикшереү үткәрә, уларға ҡаршы дауалау-иҫкәртеү саралары ойоштора, географик патологияны өйрәнә, ауыл хужалығы малдарының продуктлылығын һаҡлау һәм арттырыу б‑са тәҡдимдәр индерә. Өфөлә урынлашҡан. Составы: бактериология, вирусология, серология, патоморфология һәм лейкозды диагностикалау, биохимия, химия-токсикология һәм микология, паразитология, бал ҡорто һәм балыҡ ауырыуҙары, радиология, ветеринария- санитария экспертизаһы бүлектәре, аҙыҡ продукттарын сертификациялау б‑са һынау үҙәге. 2010 й. 89 кеше эшләгән; 729 мең тикшеренеү, ш. иҫ. 382 мең экспертиза, үткәрелгән. В.л. зональ лаб., район, ҡала һәм район-ара ветеринария станцияларының лаб.-диагностика бүлектәре, ш. уҡ ҡошсолоҡ ф‑каларының, сусҡасылыҡ комплекстарының, ит комб‑ттарының һ.б. лаб. м‑н методик яҡтан етәкселек итә. В.л. белгестәре ҡатнашлығында Башҡортостанда бруцеллёз, йылҡының инфекцион анемияһы, йылҡының инфекцион энцефаломиелиты, маңҡа ауырыуы һ.б. бөтөрөлгән. Мал арахноздарын, гельминтоздарын, протозооздарын, энтомоздарын иҫкәртеү һәм дауалау б‑са эш алып барыла. Ауырыуҙарҙы диагностикалау, иҫкәртеү һәм бөтөрөү ысулдары камиллаштырыла, ветеринария күҙәтеүе объекттарына радиологик тикшереү үткәрелә, аҙыҡ‑түлектең (ит, колбаса ризыҡтары, балыҡ һәм балыҡ консервалары, бал һ.б.) санитария нормаларына тап килеүе тикшерелә. 1896 й. Өфө губерна башҡармаһы эргәһендәге Ветеринария- бактериология лаб. булараҡ асыла, 1911 й. алып Бактериология ин‑ты бүлеге, 1921 й. — Башҡ‑н өлкә ветеринария-бактериология лаб., 1928 й. — А.Д.Цюрупа ис. Ветеринария- бактериология лаб., 1932 й. — Башҡ‑н ветеринария ҒТИ, 1933 й. — Башҡ‑н ғилми-тикшеренеү ветеринария тәжрибә ст., 1959 й. — Башҡ‑н ғилми-тикшеренеү ветеринария-бактериология лаб., 1961 й. — Башҡ‑н ғилми-производство ветеринария лаб., 1984 й. — Башҡ‑н респ. ветеринария лаб., 1991 й. — Башҡ‑н ғилми-производство ветеринария лабораторияһы. В.л. м‑н В.М.Болдырев, Ғ.Х.Ишуков, Р.Н.Сәмиғуллин, Ғ.З.Хәзиев, Х.В.Әйүпов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. 

 

А.М.Буканов, Р.Н.Сәмиғуллин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019