ЧУРБАНОВ Николай Илларионович
ЧУРБАНОВ Николай Илларионович (26.10.1887, Һарытау губ. Чибирлей а. — 24.11.1948, Өфө), патологоанатом. Мед. ф. д-ры (1943), проф. (1943). Һарытау ун-тын тамамлағандан һуң (1924) Төньяҡ-поляр химия-бактериология ин-тында (Архангельск ҡ.) бүлек мөдире, 1928 й. алып Бүрәт-Монгол АССР-ының өлкә суд-мед. эксперты (Верхнеудинск ҡ.), 1930 й. башлап Белорус мед. ин-тында (Минск) уҡыта. 1934 й. алып БДМИ-ның гистология каф., бер үк ваҡытта 1935 й. тиклем һәм 1937—38 йй. патологик анатомия каф. һәм 1944 й. башлап БАХИ-ның гистология каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге аш һеңдереү системаһының нейроэндокрин аппаратын, физиол. һәм патологик ярһытҡыстарға бәйле ашҡаҙан һәм эсәктәрҙең лайлалы тышлығындағы морфол. үҙгәрештәрҙе өйрәнеүгә арналған.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина