Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЧЕЛОВ Николай Михайлович

Просмотров: 1161

ЧЕЛОВ Николай Михайлович (1909, Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Левашёв а., хәҙер Стәрлетамаҡ ҡ. эсендә, — 9.12.1943, Керчь ҡ. ерләнгән), Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Выстрел РККА‑ның командирҙар составын камиллаштырыу юғары атыу-тактика курстарын тамамлаған (1941). 1928 й. алып Левашёв ауыл советы секретары. 1929 й. башлап Ҡыҙыл армияла. 1941 й. июленән Көньяҡ, Кавказ аръяғы һәм Төньяҡ Кавказ фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 18‑се армияның 318‑се тау уҡсылары дивизияһы 1331‑се тау уҡсылары полкы командиры подполковник Ч. 1943 й. 9 декабрендә Керчь ҡ. янындағы алышта күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1944), 2 Ҡыҙыл Байраҡ, 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (бөтәһе лә — 1943) ордендары менән бүләкләнгән. Ч. исеме Стәрлетамаҡ һәм Керчь ҡҡ. урамдарға бирелгән, шулай уҡ уға һәйкәлдәр ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.12.2022