СӨННИСЕЛЕК
СӨННИСЕЛЕК, исламдағы төп (шиғисылыҡ м‑н бер рәттән) йүнәлештәрҙең береһе. Мөхәммәт пәйғәмбәр вафат булғандан һуң 7 б. 2‑се ярт. барлыҡҡа килә, 10—11 бб. тулыһынса формалаша. С. эйәреүселәре тәүге дүрт хәлифәнең (Әбү Бәкер, Ғүмәр, Ғосман, Ғәли) идара итеүенең законлы булыуын таный, Ғәлиҙең айырым урын алып тороуын, уның вариҫтарының ғына имамлыҡҡа хоҡуҡлы булыуын, Алла м‑н кешеләр араһында аралашсы була алыуын инҡар итә. Төп тәғлимәттәре: Алланың берҙән‑бер булыуына, фәрештәләргә һәм ен‑шайтандарға, изге яҙмаларға, Алланың рәсүлдәренә, ҡиәмәт көнөнә, тәҡдиргә, үлгәндәрҙең терелеүенә иман килтереү. Тәғлимәт сығанаҡтары — Ҡөрьән һәм Сөннә. С. дини‑хоҡуҡи мәктәптәре (мәҙһәбтәре): мәликиҙәр, хәнбәлиҙәр, хәнифиҙәр, шәфиғиҙәр (дини ойошмаларҙың һәм руханиҙарҙың струк‑тураһы, мосолман байрамдарын һәм мосолман йолаларын үткәреү үҙенсәлектәре һ.б. б‑са айырыла). 8 б. аҙ. суфыйсылыҡ барлыҡҡа килә. Сөнни мосолмандарҙың төп ғибәҙәт урыны — Сәғүд Ғәрәбстанының Мәккә һәм Мәҙинә ҡалалары (ҡара: Хаж). Рәсәйҙә мосолмандарҙың күп өлөшө — хәнифи һәм шәфиғи сөнниҙәре. Башҡортостанда мосолмандар башлыса хәнифи сөнниҙәренә ҡарай.
Әҙәб.: С а и д б а е в Т.С. Ислам: история и современность. М., 1985.
М.Ғ.Вәлиева, Р.Үтәбай‑Кәрими
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина