Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДИЗАЙНЕРҘАР СОЮЗЫ

Просмотров: 1080

ДИЗАЙНЕРҘАР СОЮЗЫ, ижади берекмә. 2003 й. Өфөлә “Рәсәй дизайнерҙары союзы” дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы б‑са төбәк бүлексәһе булараҡ ойошторола. Башҡ‑н бүлексәһе ойошторолғанға тиклем респ. дизайнерҙары “Рәсәй дизайнерҙары союзы” на инә: В.В.Кашлачёв, А.Ә.Саҙретдинов (икеһе лә — 2001). Төп маҡсаты һәм бурыстары: БР һәм РФ ҡулланыусылар баҙарында тыуған ил дизайны продукцияһы үҫешенә, Д.с. ағзаларының соц.‑хоҡуҡи һәм һөнәри мәнфәғәттәрен яҡлауға булышлыҡ итеү; башҡ. дизайнерҙарының ижади инициативаларын хуплау. Д.с. тауарҙарға һәм дизайнер хеҙмәтенә экспертиза үткәрә, уларға сифат сертификаттары бирә; күргәҙмәләр, иң яҡшы дизайн әҫәренә конкурстар ойоштора; нәшриәт эшмәкәрлеге м‑н шөғөлләнә, Рәсәйҙең дизайнерҙар әҙерләүсе уҡыу йорттары м‑н ижади һәм ғилми бәйләнештәр булдыра; халыҡ‑ара һәм бөтә Рәсәй күргәҙмәләрендә һәм конкурстарында [ш. иҫ. “Дизайн өлкәһендәге иң яҡшы эш” (“Лучшая работа в области дизайна”, Мәскәү), “Полиграфия, реклама, дизайн” (Өфө; икеһе лә — 2006), “Грандизайно” (Силәбе, 2008)] ҡатнаша. Юғары етәксе органы — йыйылыш (йылына 1 тапҡыр), башҡарма органы — идара. Составында 37 ағза (2014). Идара рәйестәре: Саҙретдинов (2006 й. алып), М.Л.Әхмәҙуллин(2008 й. алып).

М.Л.Әхмәҙуллин

Тәрж. Т.Х.Ишкинин

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: