Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДИЗАЙН

Просмотров: 1250

ДИЗАЙН (ингл. design — проект, ниәт, һыҙма, һүрәт; лат. designare — тәғәйенләнеште асыҡлау, билдәләү), функциональ форма барлыҡҡа килтереүҙәге ижади процесс һәм ысул, ш. уҡ сәнәғәт изделиелары, мебель, төрлө инструменттар, машиналар проектлау, хеҙмәт процесын һәм әйберҙәр мөхитен ойоштороу б‑са проф. эшмәкәрлек. Д. традицион һөнәрселекте проф. эшмәкәрлектең яңы тармағы — машиналар ярҙамында етештереү м‑н алмаштырыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә, ул буласаҡ изделиеның моделен ҡағыҙҙа проектлауға ҡайтып ҡала. Д. әйберҙең функцияһы һәм конструкцияһы бер‑береһенә буйһона, тейешле эстетик форма һәм сифат бергә үрелеп бара. Д. үҫеше процесында 2 йүнәлеш барлыҡҡа килә: индустриаль (классик) һәм концептуаль (программалы). Төп төрҙәре: сәнәғәт Д. (предметтар Д. — механизмдар, транспорт, көнкүреш әйберҙәре, һауыт‑һаба, кейем һ.б.), мөхит Д. (торлаҡ һәм йәмәғәт биналарының интерьеры, ҡала мөхите һ.б.), графика Д. (сәнәғәт графикаһы, гәзит-журнал графикаһы, реклама полиграфияһы һ.б.). Етештереү төрө б‑са күмәртә һәм уникаль Д. бүленә.

20‑се йй. — 30‑сы йй. башы Башҡортостанда мөхит Д. барлыҡҡа килеү осоро булып иҫәпләнә. Рәссамдар А.П.Лежнев, Г.П.Черкашенинов һ.б. байрам көндәрендә урам һәм майҙандарҙы биҙәү м‑н шөғөлләнә. Л.В.Лезенков һәм А.Э.Тюлькин Ҡыҙыл армияның Өфөгә инеү хөрмәтенә ҡуйылған ваҡытлы арка өсөн өс өлөштән торған “Самодержавиены ҡолатыу” панноһын (1918, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1919) ижад итә. Бер үк ваҡытта графика Д. баҫмаларҙы художестволы биҙәүҙә (ҡара: Китап графикаһы) һәм республиканың дәүләт символикаһын эшләүҙә үҫеш ала (Тюлькин, Черкашенинов һ.б.; ҡара: Гербтар). 30—50‑се йй. сәнәғәт Д. барлыҡҡа килеүе машиналар эшләү, сәнәғәт һәм төҙөлөш үҫешенә бәйле була. Оборона тәғәйенләнешендәге төп продукция м‑н бер рәттән респ. төп пр‑тиелары тарафынан халыҡ ҡулланыуы тауарҙары етештерелә. Ҙур күргәҙмә экспозициялары өсөн дизайн эштәре башҡарыла. 1939 й. Ҡ.С.Дәүләткилдеев, Лежнев, В.С.Сыромятников һәм Тюлькин СССР ВДНХ‑һы өсөн БАССР павильоны проектын эшләй. 60‑сы йй. башы — 80‑се йй. — дәүләт художестволы конструкторлау системаһының барлыҡҡа килеү һәм үҫеү осоро. 1962 й. Бөтә Союз Техник эстетика ҒТИ республикаларҙа һәм илдең эре сәнәғәт үҙәктәрендә уның филиалдары ойошторолғандан һуң, Башҡортостанда мәҙәни‑көнкүреш әйберҙәренең техник эстетикаһы мәсьәләләре м‑н БАССР Еңел сәнәғәт министрлығы эргәһендәге Сауҙа‑сәнәғәт палатаһы, маши- налар эшләү изделиелары һәм сәнәғәт өлгөләрен патентлау, эргономика мәсьәләләре м‑н БАССР МС‑ы шөғөлләнгән. Сәнәғәт Д. өлкәһендә Е.Гашев, В.В.Кашлачёв, М.М.Ковалёв, В.А.Крашенинников, И.Х.Нәбиев, Ғ.Х.Нәбиев, И.Полев, А.Ә.Саҙретдинов, А.А.Яновский һ.б. эшләй. Сәнәғәт Д. артабанғы үҫеше күмәртәләп етештерелеүсе продукция м‑н бәйле: “Ағиҙел” электр бритваһының бер нисә модификацияһы, ӨМЭПБ (ҡара: Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе) мотоблоктары, мониторҙары, ҡаргиҙәрҙәре; Өфө агрегат производство берекмәһенең электр үтектәре, “Ракета” саң һурҙырғыстары; С.М.Киров ис. Башҡ‑н ҒПБ‑ның (ҡара: “БЭТО”) сым аша һөйләшеү ҡоролмалары, тиҙ элемтә станцияһы пульттары, “Айгөл” электр бигудиҙары. Мөхит Д. был осорҙа биҙәү сәнғәте формаһында үҫеш ала. Сауҙа палатаһы һәм Рәссамдар союзы эргәһендәге Художество фонды заказы б‑са байрам йөрөштәре атрибуттары (лозунгылар, транспаранттар, таҡталар, вывескалар, панно һ.б.) ижад ителә, ҡаланы биҙәү проекттары (Совет майҙаны, Өфөгә инеү юлдары, ағас һәм таш һындар ҡуйылған балалар майҙансыҡтары; янып торған ҡулайламалар, күргәҙмә агитация стендтары, витриналар һ.б.) эшләнә. 70—80‑се йй. республикала йәмәғәт биналары интерьерҙарын биҙәү эше м‑н Г.В.Ғәбиҙуллин, Д.Ә.Көҫәпов, В.В.Новиков, В.Д.Ткачёв, Ф.У.Усманова, Д.В.Йосопов һ.б. шөғөлләнә. Был осорҙа интерьер Д. ансамбль итеп төҙөү өҫтөнлөк ала, мәҫ. Химиктар мәҙәниәт һарайы, “Нефтсе” мәҙәниәт һарайы, “Башҡортостан” ҡунаҡхана комплексы, Археология һәм этнография музейы һ.б. Был йылдарҙа кейем Д. әүҙем үҫә. Кейем моделдәрен эшләү тегеү ф‑каларының һәм трикотаж әйберҙәр етештереү берекмәләренең (ҡара: Мода йорто, Ишембай трикотаж әйберҙәр фабрикаһы, Өфө трикотаж фабрикаһы) художество‑конструкторлыҡ бюроларында, көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү йорттарында һәм шәхси заказ б‑са эшләгән төрлө ательеларҙа башҡарыла. Мебель өлгөләрен “Башмебель” һ.б. пр‑тиелар эшләй. 80‑се йй. алып мебель Д. шәхси ижади проекттарҙы П.Г.Пермяков, Саҙретдинов һ.б. төҙөй. Биҙәү‑ҡулланма сәнғәтенең төрлө өлкәләрендә эшләгән күп рәссамдар уникаль әйберҙәр Д. үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә. 80—90‑сы йй. Д. экспозицияларын БАССР, СССР ВДНХ‑һы, сит ил һ.б. күргәҙмәләргә сығарыу бурысын Р.М.Абдуллин, А.В.Веселов, Ковалёв, А.Р.Лопаков, А.З.Шәрәфетдинов, В.Х.Шәрәфетдинов, А.А.Холопов һ.б. атҡара. СССР халыҡтары этнографияһы музейында (Ленинград, 1983), Австрияла (Зальцбург ҡ., 1991; икеһе лә — Холопов) экспозицияларҙа күрһәтелгән “Башҡорт костюмы”, “Бағдад—82” (Ираҡ) һәм “Нью‑Дели—84” (Һиндостан; алтын миҙал; икеһе лә — Абдуллин) халыҡ‑ара сауҙа‑сәнәғәт йәрминкәләренә тәҡдим ителгән БАССР павильондарының күргәҙмә проекттары ҙур әһәмиәткә эйә була. 80‑се йй. аҙ. Өфөлә “Альтернатива” фирмаһы (етәксеһе — дизайнер Ковалёв һәм архитектор Лопаков) ойошторола, ул бәләкәй архитектур формалар, мөхит Д., Башҡортостан ҡалаларының йәмәғәт биналары интерьерын һәм экстерьерын эшләү м‑н шөғөлләнә. Графика Д. һәм полиграфияла — Веселов, Г.В.Прокшин, Йосопов, һуңыраҡ А.Ю.Егоров, И.Г.Егорова, В.Ю.Сиволапов, И.Ғ.Шәйәхмәтов, М.Л.Әхмәҙуллин һ.б., көнкүреш һәм сәнәғәт графикаһында (төргәк, реклама плакаттары, почёт грамоталары, саҡырыу билеттары һ.б.) Веселов, А.Р.Тереғолов, Прокшин, Р.Р.Әғәҙуллин һ.б. уңыш ҡаҙана. 90‑сы йй. алып кейем Д. өлкәһендә ӨДИСУ уҡытыусылары һәм уны тамамлаусылар әүҙем эшләй (ҡара: Кейемдең моделен һәм һыҙмаһын әҙерләү сәнғәте). Кейем Д. яңы тенденцияларын рәссам‑модельерҙарҙың Өфөлә үткәрелгән төрлө конкурстарында күрергә мөмкин. 20 б. аҙ. — 21 б. башында Д. өлкәһендәге эшмәкәрлек киңәйә, үҙгәреш кисерә. 2003 й. Башҡортостанда Дизайнерҙар союзы ойошторола. Мебель, кейем, халыҡ ҡулланыуы тауарҙары Д. өлкәһендә — В.Н.Андреев, Ғәбиҙуллин, К.И.Ғәлимов, Р.Ғәләүетдинова, У.Р.Зәйнетдинов, Р.Н.Кинйәбаев, Көҫәпов, П.Ю.Мурашкин, В.Л.Тихомиров, А.Х.Хәбибрахманова, Д. б‑са белем биреү һәм белгестәр әҙерләү өлкәһендә Кашлачёв, В.М.Масленников, Саҙретдинов, Л.М.Стратонова, Л.И.Хәбибрахманова, Әхмәҙуллин һ.б. эшләй. Д. уҡытыу Иҡтисад һәм сервис университетында, Сәнғәт академияһында, Педагогия университетында һәм республиканың башҡа уҡыу йорттарында алып барыла.

В.В.Кашлачёв, А.В.Лебедева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019