Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НӘФИС ТЕКСТИЛЬ СӘНҒӘТЕ

Просмотров: 1963

НӘФИС ТЕКСТИЛЬ СӘНҒӘТЕ, башҡорттарҙың традицион көнкүрешендә туҡылған һәм туҡылмаған материалдарҙан эшләнгән төрлө әйберҙәр; уларҙы биҙәү; хәҙ. заман биҙәү- ҡулланма сәнғәте бүлеге. Башҡортостанда Н.т.с. үҙенсәлектәренең формалашыуы тәбиғәт, климат шарттарына, хужалыҡтың традицион формаларына бәйле була. Быуаттар дауамында текстиль формаларына мәғәнә һалыу традициялары барлыҡҡа килә, уларҙы эшләүҙең һәм биҙәүҙең күп төрлө алымдары уйлап табыла. Текстиль әйберҙәр башҡорттарҙың көнкүрешендә мотлаҡ кәрәк булған мөлкәттең күпселек өлөшөн: торлаҡ йыһаздарын (ҡара: Традицион интерьер, Тирмә), кейемде (ҡара: Башҡорт кейеме), ат егеү кәрәк‑ярағын, йола (намаҙлыҡ һ.б.), кәләш бирнәһе әйберҙәрҙен тәшкил иткән. 20 б. башына тиклем Н.т.с. әйберҙәрен эшләүҙә һәм биҙәүҙә башлыса тәбиғи материалдарҙы (йөн, мамыҡ, тире, ат ялы, кесерткән, киндер, етен; ҡулдан һуғылған йәки фабрика буҫтауы, һирәгерәк ситтән килтерелгән кизе-мамыҡ, ебәк, бәрхәт һ.б. туҡымалар) ҡулланғандар. Башҡорттарҙа аппликация, сигеү, бәйләү, балаҫ һуғыу, кейеҙ баҫыу, тула баҫыу, туҡыусылыҡ традицион туҡыу техникаһы булып торған. Текстиль әйберҙәргә орнамент айырыуса милли үҙенсәлек өҫтәгән. Ҡайһы берҙә әйберҙәрҙе сәйлән, ынйы, мәрйендәр, тәңкәләр, слюда елбәҙәге, быяла мунсаҡ, аҡыҡ һ.б.; металл таралғылар, сулпылар, өҫтәмәләр һ.б. (ҡара: Нәфис металл сәнғәте) м‑н биҙәгәндәр. 19 б. аҙ. башҡорттарҙа йәйләү малсылығының бөтөүе һәм капиталистик мөнәсәбәттәрҙең барлыҡҡа килеүе м‑н этностың хужалыҡ-иҡт. йәшәү рәүеше үҙгәрә, халыҡ оҫталары ижад иткән Н.т.с. әйберҙәрен ф‑кала эшләнгән әйберҙәр алыштыра. Революциянан (1917) һуң кейеҙ баҫыу (ҡара: Нәфис кейеҙ сәнғәте), мамыҡ эшкәртеү (ҡара: Шәл), өбөрөһөҙ балаҫ һуғыу, тамбурлы сигеү, туҡыусылыҡ һ.б. респ. ҡайһы бер райондарында һаҡланып ҡала. 50—60‑сы йй. хөкүмәт традицион кәсептәр һәм халыҡ оҫталары ижадына булышлыҡ итеү һәм уларҙы үҫтереү кәрәклеге т‑да күп кенә документтар ҡабул иткәндән һуң, ф‑ка тибындағы художестволы кәсептәр пр‑тиелары, ш. иҫ. “Ағиҙел” ПБ (1963), “Дуҫлыҡ” художестволы кәсептәр пр‑тиеһы (80‑се йй. башы), райондарҙа художестволы артелдәр ойошторола башлай. 90‑сы йй. башынан сиркәүҙәр һәм мәсеттәр эргәһендә художество оҫтаханалар эшләп килә, унда текстилдән төрлө дини‑йола предметтары яһайҙар. Башҡортостандың проф. биҙәү-ҡулланма сәнғәтендә Н.т.с. бүлеге рәссам‑универсалдар ижадында киң күрһәтелә, улар текстиль техникаларҙа: аппликация (классик, рельефлы, күләмле биҙәктәр), сигеү, батик, кейеҙ баҫыу, гобелен, интарсия, коллаж, макраме, квилт һәм ҡорама ҡорау, текстиль пластикала эшләй. Шулай уҡ текстиль материалдарҙың художество мөмкинлектәрен асығыраҡ сағылдырырға мөмкинлек биргән ҡатнаш техника (төбәк өсөн традицион йәки традицион булмаған туҡыу техникалары, алымдар, материалдар һәм төрлө биҙәктәр) әүҙем ҡулланыла. 60‑сы йй. башында сигеү сәнғәтен ҡулланған, халыҡ традицияларына нигеҙләнгән Н.т.с. үҫешенә Башҡортостан производство комбинатын, Мода йортон, Респ. моделдәр йортон (ҡара: Мода үҙәге) асыу булышлыҡ итә. Төрлө сигеү төрҙәре ҡулланылған әйберҙәрҙе “Ағиҙел” ПБ‑ның эксперименталь-художество лаб. оҫталары Е.И.Богданова, И.В.Гривцова, А.А.Ефимова, Г.Б.Каракулова, ш. уҡ хәҙ. көндә Н.т.с. авторлыҡ әҫәрҙәрен ижад иткән М.Ә.Ниғмәтйәнова (“Һуҡмаҡ”), Р.Р.Юлдашбаева (“Илгиз”; икеһе лә — 2008) һ.б. эшләй. Урыҫ сигеү традициялары рәссам Л.М. Стратонова эштәрендә күҙәтелә (“Һөйөнөслө хәбәрҙәр”, 2006). “Ағиҙел” ПБ эргәһендә махсус цех асылғандан һуң (1962) респ. өсөн традицион булмаған батик техникаһы м‑н эш итеү алымдары таралыу ала, уға беренселәрҙән булып М.В. Конверт мөрәжәғәт итә. 80‑се йй. уртаһынан һалҡын батик техникаһында рәссамдар В.В.Вәлиуллин (“Ҡоштар һәм ҡатындар”), Г.З.Гәрәева (Йылҡысылыҡ”; икеһе лә — 1995), Л.И.Хәбибрахманова (“Яңырыу”, 2001), З.Ә.Ғәлимова (“Йәнбикә менән Йәнбирҙе”, 2003) эшләй. Батиктың төрлө техникаһында юғары художестволы әҫәрҙәрҙе О.Ю.Зозуля (“Өфөлә яҙ. А.Э.Тюлькин иҫтәлегенә”, 2004), А.Р.Бикбулатова (“Яҙ” панноһы, 2005), А.С. Деркач-Ковалёва (“Осоп йөрөүсе күбәләктәр”), Е.В.Зәйниева (“Ҡабаҡтар”), О.А.Мартьянова (“Тәҙрә”; бөтәһе лә — 2007), О.П.Карева (“Славян байрамдары” триптихы), Н.А.Пация (“Еваның төшө”; икеһе лә — 2008) ижад итә. Милли традициялар нигеҙендә балаҫ һуғыу сәнғәте үҫешә. 60—90‑сы йй. милли балаҫтың заманса өлгөләрен эшләүгә һәм республикала “Ағиҙел” ПБ нигеҙендә балаҫ һуғыу оҫталарын әҙерләүгә З.П.Гайслер ҙур өлөш индерә. Башҡортостанда гобелен сәнғәтенең үҫеше 70‑се йй. аҙ. башлана һәм Хәбибрахманова ижадына (“Бала саҡ”, 1980) бәйле, ул милли туҡыусылыҡҡа (башҡ. балаҫтары) оҡшаш булған классик гобелен техникаһында эшләй. 80‑се йй. аҙ. классик гобелен алымдары Стратонованың текстиль миниатюраһы сәнғәтендә урын ала (“Уйынсыҡ” триптихы, 1996), 21 б. башында ике техника ла Г.И.Исмәғилева тарафынан үҙләштерелә (“...Таңдағы ысыҡ тамсыһы” триптихы, 2003). 20 б. аҙ. – 21 б. башында туҡылмаған гобелен техникаһында К.М.Мурадов (“Йоҡо”, 1996) һәм Г.Т.Мөхәмәтйәрова (“Дала”, 2003) эшләй. Проф. рәссамдарҙа кейеҙ м‑н ҡыҙыҡһыныу 90‑сы йй. уртаһында башлана, ул ваҡытта күргәҙмәләрҙә А.Ф. Ғәлиндың инсталляциялары һәм паннолары (“Ҡыпсаҡ ҡыҙы”, 1997) күренә башлай. Улар традицион кейеҙ баҫыу техникаһында башҡарылған, айырым фрагменттары анилин м‑н буяу алымы ҡулланып эшләнгән. 21 б. башында нәфис кейеҙ сәнғәтенә Мөхәмәтйәрова (“Тамғалар”, 2007) һәм О.В.Литвиненко (“Ҡумыҙ. Дала музыкаһы”, 2007) мөрәжәғәт итә, улар кейеҙҙе энә м‑н үтә тишеп беркетә торған яңы алым ҡулланалар. Ә.А.Байрамғолованың ижады (“Ҡояш боландары”, 2003) боронғо башҡ. һәм ҡаҙаҡ традицияларының һәм коллаж алымдарының ярашыуына (бер әйберҙә фактураһы, төҫө, формаһы төрлөсә булған кейеҙ киҫәктәрен йәбештереп йәки тегеп эшләү) нигеҙләнгән. Л.Х.Безрукова, Бикбулатова үҙҙәренең ижадтарында нәфис кейеҙ сәнғәтенә мөрәжәғәт итә. Классик аппликация техникаһында И.Э.Абзалова (“Тауҙарҙа”, 2005), ҡайһы берҙә әҫәрҙәрендә коллаж элементтарын ҡуллана; текстиль интарсияла — (текстиль инкрустацияһы — материалдың айырым өлөштәрен төкәтеп берләштереү алымы) Г.С.Ғиләжетдинова (“Аҡ ай” диптихы), Юлдашбаева (“Ҡусҡар”; икеһе лә — 2008), макраме техникаһында Хәбибрахманова (“Архитектур мотивтар”, 1995) әүҙем эшләй. 20 б. аҙ. күп рәссамдар аппликатив рельеф һәм текстиль пластикаһы өлкәһендә ижади эҙләнеүҙәр алып бара. Ҡорама ҡорау — 20 б. иң билдәле булған Н.т.с. йүнәлештәренең береһе, ул халыҡ оҫталары ижадында күҙәтелә. Рәссамдар араһында ҡорама ҡорауға (“Йәмле яҙ”, 1991) һәм текстиль пластикаға (“Мәжүси ҡояш” триптихы, 1992) беренселәрҙән булып В.М.Шибаева мөрәжәғәт итә. 90‑сы йй. 2‑се ярт. ҡорама ҡорау сәнғәтен (“ҡорамалы мозаика”, печворк) һәм квилтаны (квилтинг; 3 ҡатламы бар — ҡорамаларҙан йыйылған өҫкө ҡаты, тығыҙлаусы ҡатлам һәм эске ҡатлам; ғәҙәттә, ҡулдан тегелә) Безрукова (“Йоҡо”), Ж.Ф.Грибова (“Мөхәббәт сәскәләре”; икеһе лә — 2005), С.Ю.Маркова (“Нурлы көн һуҡмағында”), А.А. Ноғоманова (“Тамсы”), О.Ю.Суткевич (“Көмөш ямғыр”, бөтәһе лә — 2007) һ.б. ҡуллана. Ҡорама ҡорау һ.б. текстиль техникаларҙың художество биҙәү алымдарын рәссам‑модельерҙар (ҡара: Кейемдең һыҙмаһын һәм моделен әҙерләү сәнғәте) һәм нәфис ҡурсаҡ сәнғәте м‑н шөғөлләнгән рәссамдар әүҙем ҡуллана. 20 б. аҙ. – 21 б. башында Н.т.с. ҡыҙыҡһыныу һиҙелерлек көсәйә, традицион һәм традицион булмаған туҡыу техникаларында респ. һәүәҫкәр һәм проф. рәссамдары әүҙем эшләй. Рәссамдарҙың “Баймаҡ” (Баймаҡ р‑ны) халыҡ клубы, “Тамбур” биҙәү-ҡулланма сәнғәте (Балаҡатай р‑ны Ҡараҡай а.), “Өмөт” ҡорама ҡорау (“Урал” галереяһы эргәһендә; ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары) оҫталары, “Өфө батигы” ижади коллективы, “COS*МЫ” ҡатын-ҡыҙҙар ижади берекмәһе (бөтәһе лә — Өфө) һ.б. Н.т.с. яңы техникаларын үҙләштереүгә, милли традицияларҙы һаҡлауға һәм уларҙы ижади байытыуға булышлыҡ итә. Н.т.с. эштәре байтаҡ күргәҙмәләрҙә, ш. иҫ. Башҡортостандың проф. биҙәү‑ҡулланма сәнғәтенең 1‑се (1997), 2‑се (2002) һәм 3‑сө (2008) респ. күргәҙмәләрендә, “Башҡорт биҙәктәре” (“Башкирские узоры”, 2001—02), “Биҙәү сәнғәте. Традициялар һәм хәҙерге заман” (“Декоративное искусство. Традиции и современность”), “Яҙ. Нәфис текстиль сәнғәте” (“Весна. Художественный текстиль”; икеһе лә — 2007), “Планеталар парады” (“Парад планет”; 2008; бөтәһе лә — Өфө), “БР биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталарының нәфис текстиль сәнғәте” (“Художественный текстиль мастеров декоративно-прикладного искусства РБ”; Мәскәү, 2004) күргәҙмәләрендә, “Тамға” (нәфис кейеҙ сәнғәте; Өфө, 2004, 2006; Мәскәү, 2005, 2008; Нефтекама ҡ., 2005; Бөрө ҡ., 2006; Рязань ҡ., 2008), “Бер юлдан” (“По одной дороге”; Стәрлетамаҡ, Магнитогорск ҡҡ.) проекттары сиктәрендәге күргәҙмәләрҙә, Канадала 1‑се Урыҫ ҡорамалы тегеү фестивалендә (Эйлса-Крейг ҡ., Онтарио штаты; бөтәһе лә — 2007), “Рәсәйҙең ҡорамалы мозаикаһы” (“Лоскутная мозаика России”) Бөтә Рәсәй биҙәү сәнғәте фестивале (Иваново ҡ., 1997 й. алып) һәм уның сиктәрендә Рәсәйҙә (ш. иҫ. Өфө, Белорет ҡҡ.; икеһе лә — 2008) һәм сит илдәрҙә махсус күсмә күргәҙмәләрҙә, “Euroguilt” Халыҡ-ара ҡорама ҡорау сәнғәте б‑са конкурста һ.б. күрһәтелә. Н.т.с. традицион техникаларында башҡарылған башҡ. халыҡ сәнғәте өлгөләре Милли музейҙа һәм уның филиалдарында, Нестеров М.В. исемендәге художество музейында, Археология һәм этнография музейында, “Урал” галереяһында, Дәүләт тарих музейында (Мәскәү), РФА‑ның Бөйөк Пётр ис. Антропология һәм этнография музейында, Дәүләт этнография музейында (икеһе лә — С.‑Петербург), Венгрия этнография музейында (Будапешт) һ.б.; Н.т.с. хәҙ. заман авторҙарының эштәре БР, Рәсәй һәм сит илдәр музейҙарында һәм һынлы сәнғәт галереяларында, шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. Башҡортостанда Н.т.с. техникаһын үҙләштереү материалдарҙы художестволы эшкәртеү дисциплинаһы сиктәрендә алып барыла (ҡара: Һынлы сәнғәт белеме).

Әҙәб.: Я н б у х т и н а А.Г. Декоративное искусство Башкортостана. ХХ век: от тамги до авангарда. Уфа, 2006; Профессиональное декоративно-прикладное искусство Башкортостана: кат. 1‑й респ. выст./авт.-сост. С.В.Евсеева. Уфа, 1997; Профессиональное декоративно-прикладное искусство Башкортостана: кат. 2‑й респ. выст./авт.‑сост. С.В.Игнатенко. Уфа, 2002; Профессиональное декоративно-прикладное искусство Башкортостана: кат. 3‑й респ. выст./авт.‑сост. С.В.Игнатенко. Уфа, 2008.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019