Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИҘӘҮ-ҠУЛЛАНМА СӘНҒӘТЕ

Просмотров: 5465

БИҘӘҮ-ҠУЛЛАНМА СӘНҒӘТЕ, биҙәү сәнғәте өлкәһе: донъя көтөү өсөн йорт кәрәк-ярағы, көнкүреш өсөн тәғәйенләнгән, ғөрөф-ғәҙәт, йолаларға бәйле әйберҙәр эшләү һәм нәфис эшкәртеү (традицион йыһаз, мебель, туҡымалар, кейем, хеҙмәт ҡоралдары). Б.‑ҡ.с. тармаҡтары материалға ҡарап (ағас, керамика, металл, текстиль һ.б.) йәки техникаһы буйынса (сигеү, семәрләү, биҙәкләү, ҡойоу һ.б.) төркөмдәргә бүленә. Б.‑ҡ.с. өлгөләре халыҡтың сәнғәте, рухи һәм матди мәҙәниәтенән айырылғыһыҙ, уның йәшәү рәүеше, милли йолалары һәм фольклор традициялары, төбәктең тәбиғәте менән тығыҙ бәйле. Б.‑ҡ.с. традицион халыҡ ижадына (йорт художество һөнәрҙәре һәм кәсептәре) һәм профессиональ сәнғәткә бүленә. Башҡорттарҙа традицион сәнғәт, йорт кәсептәре 20 б. тиклем халыҡ художестволы ижадының төп һәм берҙән-бер формаһы була.

  Башҡ. халыҡ Б.‑ҡ.с. күп быуаттар дауамында төрки халыҡтарҙың күсмә мәҙәниәте традициялары йоғонтоһонда үҫешә, уның шарттарында көнкүреш әйберҙәренең ғәҙәткә ингәндәре һәм иң кәрәклеләре билдәләнә: йорт кәрәк-ярағы, кейем-һалым, аяҡ кейеме, ат егеү һәм һыбай йөрөү кәрәк-ярағы, дини‑ғибәҙәт әйберҙәре һ.б. Натураль хужалыҡ, күсмә малсылыҡ һәм игенселек үҙенсәлектәре башҡорттарҙың традицион шөғөлдәрен һәм Б.‑ҡ.с. төрҙәрен (ҡара: Аппликация, Бәйләү, Балаҫ һуғыу, Кейеҙ баҫыу, Сигеү, Тула баҫыу, Туҡыусылыҡ, Үреү), шулай уҡ тәбиғи материалды (ағас, металл), бигерәк тә күсмә хужалыҡ продукттарын (йөн, тире, дебет, ат ҡылы һ.б.) нәфис эшкәртеү алымдарын билдәләгән. Көнкүрештә ҡулланылған әйберҙәр, биҙәк-һыр һалып эшләнмәгән булһалар ҙа, Б.‑ҡ.с. теге йәки был төрөнөң һирәк осрай торған уникаль өлгөләрен тәшкил итә. Улар материалдың тәбиғи матурлығын күрһәтеүсе фактура һәм форма баҙыҡлығы менән айырылып тора. Әйберҙәрҙе быуындан-быуынға тапшыра килеп, һаҡсыл тотонғандар, уларға ғаилә-ырыу билдәһе — тамға ҡуйыр булғандар, ул башҡ. орнаменты барлыҡҡа килеүенең һәм үҫешенең иң боронғо һәм йөкмәткеле сығанаҡтарының береһе булып тора. Ваҡыт үтеү менән был тамғалар донъяның йәнле матдилығынан һәм реаль ысынбарлығынан айырыла, күп йәһәттән тәүге мәғәнәләрен юғалтып, билдәләр, символдар ғына булып ҡалған саф абстракт-геометрик форма теленә әйләнә. Был исламдың тере йәндәрҙе һүрәтләүҙе тыйыуына бәйле була. 20 б. башына тиклем башҡорттарҙың орнаменталь-декоратив фекерләүе донъяны художестволы танып-белеүҙең берҙән-бер ысулы була, һәм ул орнамент композицияһының төп нөктәләре — үҙәге һәм периферияһы, өҫ һәм аҫ яғы — аныҡ билдәләнгән көнкүреш кәрәк-ярағының тышҡы күренешен һәм формаһын орнаменттың пластик, ритмик һәм төҫ саралары менән тәртипкә килтереүгә, гармониялы итеп ойошторорға ынтылышында сағыла. Торлаҡ, тәү сиратта уның традицияға ярашлы йыйыштырылыуы, донъяның төҙөклөгө һәм берҙәмлегенең һоҡланғыс бер өлгөһө булған (ҡара: Тирмә, Традицион интерьер). Тирмәнең йыйылма конструкцияһын, йорт кәрәк-ярағын, һауыт‑һабаны, йыһаздарҙы ағастан, ҡайын туҙынан яһағандар (ҡара: Ағастан эшләнгән өй кәрәк-ярағы, Туҙҙан эшләнгән өй кәрәк-ярағы). Күсмә тормош торлағында һандыҡ һәм уның аҫтына ҡуйыла торған урын-аяҡ булған, улар һырлап яһалған ябай геометрик һүрәт менән биҙәлгән һәм ғәҙәттә 2—3 төҫкә буялған. Һауыт-һабанан аҙыҡ-түлек әҙерләү һәм уны һаҡлау өсөн тәпән, батман, силәк, күнәк, көбө һ.б. төрлө ҙурлыҡтағы һауыттар ҡулланылған, уларҙы ябай һәм бер төрлө формалы, ныҡлы итеп эшләгәндәр, шымартҡандар, биҙәк һалмағандар йәки ситенә бер генә рәт һырлап ябай биҙәк (мәҫәлән, шыршы формаһында) яһағандар. Әйберҙәрҙе эшләгәндә уларҙың уңайлылығы һәм көнкүрештә кәрәклеге, формаһының традиционлығы, ағастың күркәм текстураһын күрһәтеү төп шарт булған. Бөтөн ағас киҫәгенән сылбыр эшләү (1,5 метр оҙонлоҡҡа тиклем) үтә нәфис нескә эш өлгөһө булған. Бындай сылбыр уртаһында йәнлек һыны рәүешендәге тотем билдәһе (ҡара: Тотемизм) эшләнгән ҡулса менән тамамланған. Ҡайһы бер осраҡта сылбыр һыу ҡошо һынын хәтерләткән ижау менән бер бөтөн булған — был традицион Б.‑ҡ.с. һүрәтләү сараһының һирәк өлгөһө. Ағасты һырлап яһалған биҙәк йыш ҡына орсоҡта, дуға, эйәр, ҡамыт кеүек әйберҙәрҙә осраған; 19 б. 2‑се яртыһында Б.‑ҡ.с. татар һәм урыҫ традициялары йоғонтоһонда ағас торлаҡты биҙәүҙә киң ҡулланылған (йөҙлөктәр, ҡапҡалар һ.б.).

  Башҡорттар, тире эшкәртеү оҫталары булараҡ (ҡара: Күн эше, Эйәр-өпсөн эше, Тиренән эшләнгән өй кәрәк-ярағы), буҫтау йәки кейеҙ ҡуныслы күн аяҡ кейеме теккән, айран, һөт, ҡымыҙ өсөн турһыҡ эшләгән. Һуғыш һәм һунар ҡоралдары, кәрәк-ярағы (ҡара: Ат егеү кәрәк-ярағы) нәфис биҙәлеше менән айырылып торған: биҙәге баҫып төшөрөлгән күн әйберҙәргә көмөш, һирәгерәк осраҡта алтын менән ялатылған, өсәрле япраҡ һүрәте мотивтары өҫтөнлөк иткән сүкеп эшләнеп, ҡарайтылған биҙәк төшөрөлгән тимер ҡаптырмалар өҫтәлгән. Биҙәге баҫып төшөрөлгән күндең металл менән килешле берләшеүе, уларҙың традицион орнамент менән биҙәлеүе айырым художестволы тәьҫиргә эйә булған һәм күсмә тормош мәҙәниәте әйберенең ҡырыҫ образын тағы ла көсәйтеберәк ебәргән. Металл әйберҙәр (күпселек осраҡта баҡырҙан эшләнгән йорт кәрәк-ярағы) бер үк ваҡытта йорт биҙәге лә булып торған. Көмөш әйберҙәр менән ҡатын-ҡыҙ кейемдәре бай итеп биҙәлгән (ҡара: Традицион биҙәүестәр, Башҡорт кейеме). Кейем-һалым һәм йорт әйберҙәре ҡул станогында туҡылған. Биҙәкләп туҡыу киң таралған була, унда әйберҙәрҙең ике төркөмө айырылып тора: нәҙек итеп иләнгән йөн ептәрҙән төрлө техникала туҡылған әйберҙәр (шаршау, ашъяулыҡ, йола, ғөрөф-ғәҙәт таҫтамалдары, алъяпҡыстар) һәм өбөрөһөҙ һуғылған әйберҙәр (балаҫтар, ултырғыс, эскәмйә, һандыҡ япмалары). Туҡыусылыҡтың уникаль төрө булып туҡылған шәлдәр тора. Кейеҙ әйберҙәрҙе, шулай уҡ өйҙә һәм фабрикала һуғылған буҫтауҙан, һирәгерәк кизе-мамыҡ туҡымаһынан тегелгән әйберҙәрҙе аппликация менән биҙәр булғандар. Быуаттар буйына туҡыу формаларына художестволы мәғәнә биреү традициялары нығына, улар сигеүҙең төрлө алымдары үҫешенә йоғонто яһай.

  19 б. аҙағында башҡорттарҙың традицион мәҙәниәтендә күсмә тормоштан тулыһынса ултыраҡ тормошҡа күсеүгә, көсәйә барған капиталистик мөнәсәбәттәр йоғонтоһонда этностың хужалыҡ-иҡтисади көнкүреш ҡоролошо яңырыуға бәйле ҙур үҙгәрештәр башлана. Яңы иҡтисади шарттарҙа йортта эшләнгән әйберҙәр фабрикала етештерелгәндәр менән ярыша алмай. Кейеҙ баҫыу кәмей, күнгә баҫып биҙәктәр төшөрөү сәнғәте туҡталып ҡала, аппликация, буйлап сигеү, металды нәфис эшкәртеү традициялары юҡҡа сыға. Революциянан (1917) һуң милли мәҙәниәттең үҙенсәлеге юғала, халыҡтың художестволы фекерләү алымдары заман талаптарына яуап бирмәгән ғәмәл тип ҡабул ителә. Норматив ҡарарҙар менән бер ҡалыпҡа һалынған дөйөм совет мәҙәниәте индерелә башлай. 30‑сы йй. алып традицион халыҡ мәҙәниәтенә тышҡы яҡтан ғына оҡшаш эклектик, уйҙырма милли мәҙәниәт үҫтерелә башлай. 50‑се йй. аҙағынан колхоз ауылы тормошонда һабантуй, ҡарғатуй һ.б. милли байрамдар үткәреү яңыртыла, был ауылда ҡайһы бер кәсептәрҙең: кейеҙ баҫыу, дебеттән шәл бәйләү, өбөрөһөҙ балаҫ һуғыу, йүрмәп сигеү, биҙәкләп һуғыу, ябай ауыл өйө йыһаздары, ағастан төрлө өй кәрәк-ярағы етештереүҙең тергеҙелеүенә килтерә. 1950—60‑сы йй. традицион кәсептәрҙе һәм халыҡ оҫталары ижадын үҫтереүгә һәм һаҡлауға йүнәлтелгән бер нисә хөкүмәт документы ҡабул ителә. Улар нигеҙендә фабрика тибындағы художестволы кәсеп предприятиелары барлыҡҡа килә. 1963 й. Ағиҙел ПБ асыла. 80‑се йй. башында “Дуҫлыҡ” художестволы кәсеп предприятиеһы ойошторола. Республика райондарында художество артелдәре асыла, унда сигеү, бәйләү, үреү, ағас эшкәртеү оҫталары һ.б. эшләй. 90‑сы йй. башынан сиркәү һәм мәсеттәрҙә художество оҫтаханалары барлыҡҡа килә, улар төрлө дини-йола һәм ритуал әйберҙәре етештерә. Ағас эшкәртеү хужалыҡтарында туҙҙан, ағастан, талдан яһалған әйберҙәр эшләп сығарыу яйға һалына (Бөрйән тырыздары, Ҡарлыманда һәм Благовещенда талдан үрелгән әйберҙәр).

  Башҡортостанда профессиональ Б.‑ҡ.с. рәсем сәнғәтенә һәм графикаға ҡарағанда һуңыраҡ барлыҡҡа килә. 20 б. 50‑се йй. урталарында Т.П.Нечаеваның фарфорҙан (“Яулыҡ менән бейеү”, 1955; фарфор; ҡара: Нәфис фарфор сәнғәте), 60‑сы йй. керамиканан (ҡара: Нәфис керамика сәнғәте) етештерелгән ижад өлгөләре барлыҡҡа килә. Ф.У.Усманованың (“Көнсығыш” сервизы, 1972; фарфор) һәм М.Ҡ.Яҡуповтың (“Шүрәле” яҡтыртҡысы, 1972 й. тиклем; шамот) әҫәрҙәре үҙенсәлекле. Профессиональ Б.‑ҡ.с. әйберҙең утилитар тәғәйенләнеше күҙгә күренеп кәмей, эстетик функция уның төп тәғәйенләнешенә әүерелә; художестволы өлгөләрҙең образ структураһы, нигеҙҙә, рәссамдың автор концепцияһынан сығып билдәләнә. Төрлө һынауҙарға, эксперименттарға, тематик һәм жанр төрлөлөгөнә ынтылыш В.Г.Кузнецова (“Һәнәк батшаһы” декоратив скульптураһы; фаянс), Л.Н.Ғәлиева (“Хаким” декоратив скульптураһы; шамот; икеһе лә — 1990), М.Н.Гульченко (“Төн” панноһы; шамот, фарфор), Ф.Б.Камалова (“Флейталы ҡыҙ” декоратив скульптураһы; шамот), М.Б.Нелюбина (“Тылсымлы ҡыш” сервизы; фарфор, бисквит; бөтәһе лә — 1994), Л.А.Госачинская (“Бәхет ҡошо сәскәләре” вазаһы; шамот), Н.В.Карпова (“Зәңгәр инфанта” декоратив скульптураһы; фаянс), Р.Ә.Сәлимгәрәев (“Ҡөрьәндән хикмәтле һүҙҙәр” табаҡтары, триптих; шамот), И.В.Таран (“Бейеү” декоратив һауыттары; шамот; бөтәһе лә — 1995), М.Ф.Таран (“Ҡанбаба” декоратив сынаяғы; шамот), В.К.Николаев (“Мәжүси ваза” декоратив һауыты; шамот; икеһе лә — 1996) һ.б. ижадында күҙәтелә. Рәссамдарҙың үҙенсәлекле ижады автор мифологемалары тип атарға мөмкин булған ғәмәлдә асыла: улар тәүсығанаҡтың (әҙәбиәт, сәнғәт ҡомартҡыһы, конкрет хәл-ваҡиға, хәл-ваҡиғаға бәйле йәки фигуратив мотив һ.б.) мәғәнәһен ижади йәһәттән тағы бер барлағандан һәм үҙ күҙлегенән сығып баһалағандан һуң уның тар мәғәнәһе сигенән сыға һәм дөйөм кешелек контексын асып һала. Был тенденция артабан профессиональ Б.‑ҡ.с. башҡа төрҙәре менән шөғөлләнгән авторҙар ижадында ла күҙәтелә.

  Хәҙерге заман ағасты семәрләп эшләү сәнғәтендә (ҡара: Нәфис ағас сәнғәте) 2 йүнәлеш билдәләнә: боронғо милли алымдарҙы тергеҙеү һәм автор эксперименттары ҡатнашлығында традицияларҙы ижади йәһәттән яңыса баһалау. Милли традициялар ныҡлығының сағыу өлгөһө булып И.М.Ямалетдинов ижады тора (“Бөрйән” ижауы, 1980); М.Р.Хәлиловтың (“Ижау”, 1995) һәм М.Х.Дәүләтйәровтың (“Ҡурай сәскәһе”, 2001) ижауҙарына интерпретация үҙенсәлеге хас. Урыҫ оҫталарының ағасты семәрләп эшләүҙең традицион алымдарын А.И.Шиканов (“Көнбағыш” табағы, 1989), туҙҙан эшләнгән әйберҙәрҙең үҙенсәлекле формаларын һәм уларҙы биҙәүҙең традицион алымдарын Ю.П.Дорофеев (“Баллы” турһығы, 1993) тергеҙә. Ағасты семәрләү сәнғәтенең концептуаль йүнәлешен А.Н.Журкин (“Кәмәкәй” декоратив скульптураһы, 1996), Р.М.Фәтҡуллин (“Шиғырҙар” декоратив рельефы, 1998), Н.Ғ.Байбурин (“Әҙәм һәм Һауа” декоратив скульптураһы, 1999), П.Г.Пермяков (“Роман геройы” декоратив һауыты, 2002), Р.З.Ғарифуллин (“Исемһеҙ — I” һәм “Исемһеҙ — II” интерьер объекттары, икеһе лә — 2003) һ.б. оҫталарҙың ижадында күрергә мөмкин, улар тәү сиратта экспозиция-күргәҙмә һәм интерьер өсөн тәғәйенләнә.

  Нәфис металл сәнғәтендә лә традиция һәм эксперимент үҙ-ара тығыҙ үрелеп бара. Металға ҡарата ҡыҙыҡһыныу 60—70‑се йй. — сүкеп биҙәк төшөрөү сәнғәте сәскә атҡан осорҙа һәм М.Ҡ.Яҡупов (“Ҡояшҡа” панноһы, Б.Д.Фузеев менән берлектә, 1967—69; Мотор эшләүсе мәҙәниәт һарайы), Ю.С.Грушевский (“Айыу ауларға” панноһы), Г.Г.Пронин (“Сәнғәт” панноһы; икеһе лә — 1969,  Йәштәр һарайы) ижадына бәйле барлыҡҡа килә. Артабан сүкеү сәнғәте Б.‑ҡ.с. үҙ аллы төрө булараҡ В.С.Билалов ижадында үҫеш ала (“Тоҡ менән алышыу” панноһы, 1981). Металды, ағасты, күнде художестволы эшкәртеүҙе файҙаланып, һуғыш һәм һунар ҡоралдарын, кәрәк-ярағын эшләү традицион сәнғәте З.Ғ.Ғаянов (хәрби йыһаз комплекты, 1997) ижадында, башҡорттарҙың тимерселек эшендә традицион ҡулланылған ҡулдан сүкеү алымы И.М.Бәҙретдинов ижадында үҫешә. Р.Р.Сибаев (люстра, 2002) һәм И.П.Юдинцев (камин ҡорамалдары, 2001), был техниканы ҡулланып, интерьер һәм экстерьер әйберҙәре яһай.

  Зәргәрлек сәнғәте милли традицияларҙан тыш үҫешә. Башҡортостанда был өлкәнең иң танылған вәкилдәренең береһе булып Э.А.Джанинян тора (“Кәләш” гарнитуры, 1997). Зәргәрлек сәнғәте менән айырылғыһыҙ бәйләнештә булған ташты нәфис эшкәртеү сәнғәте Р.Н.Фазлыева ижадында сағыла (“Ҡуңыҙ” декоратив һауыты, 2007, серпентин).

  Нәфис күн сәнғәтенең үҫеше Л.М.Стратонова исеме менән бәйле (“Урал үләндәре” декоратив панноһы, диптих, 1995).

 Лак миниатюралары сәнғәтенең (ҡара: Нәфис лак сәнғәте) нығыныуы иһә “Ағиҙел” ПБ һәм М.И.Калинин исемендәге Мәскәү художество-сәнәғәт училищеһының Өфө филиалы ойошторолоуға бәйле. Башҡорттарҙың халыҡ ижадына хас булмаған был Б.‑ҡ.с. төрө рәссам Н.А.Бурзянцева (“Ал сәскә” ҡумтаһы, 1991), Л.Г.Вавилова-Гордеева (“Киске сың” ҡумтаһы, 1997), Р.Ф.Әминева (“Аждаһалар” ҡумтаһы, 2002), А.Ш.Ҡоҙаяров (“Инеш” ҡумтаһы, 2002) миниатюраларында сағыла. Уларҙың ижады, нигеҙҙә, Палех, Мстёра, Федоскин биҙәге һәм бер ни тиклем автор өҫтөнлөгө аныҡ сағылған көнсығыш миниатюраһы стилистикаһы тәьҫире менән билдәләнә.

  Сығанаҡтарҙың төрлөлөгө нәфис текстиль сәнғәте төрҙәрен билдәләй: батик, гобелен, ҡорамалы тегеү, макраме, сигеү, туҡылған миниатюра һәм туҡыу пластикаһы. Л.И.Хәбибрахманованың ижады универсаллек менән айырылып тора (“Яңы көн башланғанда” панноһы, 1982, гобелен; (“Яңырыу” декоратив шарфы, 2002, һалҡын батик; “Архитектура мотивтары” декоратив композицияһы, 1995, макраме). Туҡылған миниатюра — Л.М.Стратонова (“Уйынсыҡ” панноһы, триптих, 1996), Г.И.Исмәғилева (“Йорт” панноһы, 2001); туҡылмаған гобелен К.М.Мурадов (“Шәмәхә гөлләмә” панноһы, 2002) һәм Г.Т.Мөхәмәтйәрова (“Дала” панноһы, 2003) ижадында үҫешә. Профессиональ Б.‑ҡ.с. хәҙерге үҫешендә киң таралыу алған батикка ҡыҙыҡһыныу В.В.Вәлиуллин ижадына бәйле (“Йыһан” композицияһы, 1990; һалҡын батик); образ-пластик бирелештең үҙаллылығын Г.З.Гәрәева (“Башҡорт орнаменты” панноһы, триптих, 1997), О.Ю.Зозуля (“Иҫке Өфөлә ҡышҡы әкиәт”, 2003), О.А.Мартьянова (“Тормош ағасы” панноһы, триптих, 2004, бөтәһе лә — һалҡын батик), О.П.Карева (“Иристар һәм энәғараҡтар” панноһы, 2002, эҫе батик) ижады билдәләй. Туҡыу пластикаһы (рельеф һәм аппликация) һәм ҡорама техникаһында тәүге әҫәрҙәрҙе В.М.Шибаева ижад итә (“Мәжүси ҡояш”, триптих, 1992). Уның эшен дауам итеүселәр: Ж.Ф.Грибова (“Сағымдар” панноһы, 2002), С.Ю.Маркова (“Мәктәр” панноһы, 2006; икеһе лә — ҡорама), З.П.Очилова (“Ҡабырсаҡ” панноһы, 2002), Л.Х.Безрукова (“Инештәр” панноһы, 2007; икеһе лә — аппликатив рельеф), И.Э.Абзалова (“Сармат алтыны” панноһы), Н.Ю.Бабина (“Дала үләндәре” панноһы, диптих; икеһе лә — 2007, аппликация), О.Ю.Суткевич (“Таҙа быуалар” панноһы, 2003), Ә.А.Ноғоманова (“Ожмах алмаһы” панноһы, 2007; икеһе лә — квилт).

  20 б. аҙағынан алып рәссамдарҙың сигеү һәм кейеҙ менән ҡыҙыҡһыныуы арта. Донъя мәҙәниәте тарихы, миф, легенда, әкиәт сюжеттары, шулай уҡ пейзаж, архитектура, үҫемлек орнаменты мотивтары С.С.Стремоухованың (“Осирисҡа дәртле мөхәббәт” панноһы, диптих, 2002), Л.М.Стратонованың (“Бетеү” декоратив панноһы, серия, 2002) ҡулдан сигеү техникаһы өлгөләрендә сағыла; башҡ., татар, урыҫ халыҡ сигеүенең хрестоматик өлгөләрен М.Ә.Ниғмәтйәнова (“Һабантуй” декоратив таҫтамалы, 2001) һәм Р.Р.Юлдашбаева (“Ураҙа байрамы” намаҙлығы, 2001; икеһе лә — машина сигеүе) ижад итә.

  90‑сы йй. башлап Нәфис кейеҙ сәнғәтенә А.Ф.Ғәлин мөрәжәғәт итә, ул кейеҙ фактураларының һәм башҡа традицион материалдарҙың мәғәнәле берләшеүенә өлгәшә (“Ҡыпсаҡ ҡыҙы” панноһы, “Дәшти Ҡыпсаҡ” серияһы, 1997). Уның эшен дауам иткән Г.Т.Мөхәмәтйәрова (“Һорнай” панноһы, 2004) һәм О.В.Литвиненко (“Яңырыу” панноһы, 2005) традицион кейеҙ баҫыу техникаһын — туҡылмаған гобелен элементтары менән, Ә.А.Байрамғолова (“Ҡояш һәм Ай берлеге” панноһы, “Ҡояш боландары” серияһы, 2003) традицион ҡаҙаҡ кейеҙенең матурлығын сағылдырған төрлө материалдарҙы коллаж ярҙамында ҡапма-ҡаршы ҡуйыу алымы менән тулыландыра. Шулай уҡ тирене художестволы эшкәртеүгә ҡыҙыҡһыныу арта. Был өлкәлә алдынғылыҡты Р.Р.Юлдашбаева яулай (“Ҡусҡар” декоратив япмаһы, 2007).

  Башҡортостанда профессиональ Б.‑ҡ.с. айырым бүлектәре — нәфис ҡурсаҡ сәнғәте, кейемдең һыҙмаһын һәм моделен әҙерләү сәнғәте, ассамбляж һәм инсталляция. Ҡурсаҡ рәссам-конструкторҙарының ижади эҙләнеүҙәре урыҫ традицияларына нигеҙләнә, уның төп һыҙаты булып ҡурсаҡтың дөйөм ҡиәфәтендә кейемдең өҫтөнлөгөн күрһәтеү тора: В.Г.Кузнецова (“Машенька”, 1990), З.А.Сахно (“Инесса-клоунесса”, 1992), Т.А.Фомина (“Биҙрә тотҡан ҡупшы ҡыҙ”), О.Ю.Вебер (“19 б. 2‑се яртыһында Пенза губернаһы Михайлов өйәҙенең традицион байрам кейемендәге манекен ҡурсаҡ”; икеһе лә — 1996), О.А.Самосюк (“Арлекин”, 1998), С.Ю.Маркова (“Ҡар королеваһы” композицияһы, 1999), Л.М.Стратонова (“Миңлеяза”), М.Е.Толстова-Марышева (“Мәскәү һылыуы”, икеһе лә — 2001) һ.б., шулай уҡ театр ҡурсаҡтары эшләү өлкәһендә Н.Ғ.Байбурин (“Хужабикә”) һәм А.С.Волков та (“Хужа Насретдин”; икеһе лә — 1998) махсуслашалар.

  Кейемдең һыҙмаһын һәм моделен әҙерләүҙә рәссамдар теге йәки был халыҡ традицияһын ижади йәһәттән яңыса тормошҡа ашырыуға ынтыла: Э.Б.Ефимовская (“Ижад итеү көндәре”, 1995) һәм М.Е.Толстова-Марышеваның (“Урыҫ күңеле”, 1998) ҡатын-ҡыҙ кейеме коллекцияларының образ-пластик хәл ителешендә халыҡ кейеменән алынған күп ҡатлылыҡ принцибы файҙаланылған; төрлө тәбиғи материалдар, ш. иҫ. башҡ. Б.‑ҡ.с., киң ҡулланылған күн менән эш итеүсе А.Д.Кирдакян (“Күн мәрйен” ҡатын-ҡыҙ кейеме коллекцияһы, 1997) һәм урыҫ халыҡ кейеменең традицияларын бесеү һәм декор элементтарында киң ҡулланыусы О.В.Лыкасов (“Витраждар” коллекцияһы, 1994) аппликация һәм ҡорама техникаһын йыш файҙалана.

  Б.‑ҡ.с., һынлы сәнғәттең һәм скульптураның ҡушылыуы һөҙөмтәһендә ассамбляж һәм инсталляция үҫеш ала. Коллаж йәки монтаж алымы менән (йыш ҡына башҡа художестволы алымдар һәм техника менән берләшеп) эшләнгән образ-символдарға автор тарафынан “яңы асыл” бирелә, ул төрлө әйберҙәрҙең көтөлмәгәнсә берләшеүенән килеп сыға: Р.Х.Ғәйетовтың “Пластик образ” (1997) ассамбляжы, Н.Ғ.Байбуриндың “Хат уҡыусы ҡыҙ” (2000), Е.А.Винокуровтың “Ям биҫтәһе. Николай Васильевич Первушин олатай иҫтәлектәре” (2002) инсталляциялары, Р.Й.Миңлебаевтың “Этнографика” (2007) серияһынан ширма-инсталляциялар. А.Ф.Ғәлин инсталляцияларында (“Дала векторҙары”, “Дәшти Ҡыпсаҡ” серияһы, 1997) авторҙың Б.‑ҡ.с. өсөн хас булған алымдар менән ижад ителгән художестволы формалары төрлө предметтар менән тулыландырылған.

  Хәҙерге профессиональ Б.‑ҡ.с. башҡ. халҡы ижадына хас булмаған төрҙәр ҙә үҫешә. Һөйәкте һырлау менән Г.Н.Березин шөғөлләнә (“Моржға уңышлы һунарҙан һуң” декоратив скульптураһы, 2000), төрлө нәфис эшкәртеү алымдарын ҡулланып автор массаһы менән С.А.Лебедев эшләй (“Ҡышҡы уйындар” ике яҡлы панноһы, 2001), Г.Л.Новиков һәм А.А.Петриков “фьюзинг” техникаһында уртаҡ әҫәрҙәр ижад итә (“Боҙланды”, “Ҡулса”; икеһе лә — 2007).

  Б.‑ҡ.с. әлеге торошон, төрҙәренең һәм жанрҙарының күплеген 1‑се (1997), 2‑се (2002), 3‑сө (2008) Башҡортостандың профессиональ Б.‑ҡ.с. республика күргәҙмәләре сағылдыра. Күргәҙмәләр профессиональ рәссамдарҙың милли йүнәлеште һаҡлауға ла, уларҙы яңыса ҡараш аша сағылдырыуға һәм яңы техникаларҙы үҙләштереүгә лә ынтылышын күрһәтә. Халыҡ кәсептәрен һәм башҡ. Б.‑ҡ.с. традицион төрҙәрен тергеҙеү, пропагандалау һәм үҫтереү — Халыҡ ижады үҙәге эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәренең береһе. Б.‑ҡ.с. өлгөләрен һынлы сәнғәт галереяларында, Милли музейҙа, Нестеров М.В. исемендәге художество музейында һәм БР‑ҙың башҡа музейҙары күргәҙмәләрендә күрергә мөмкин.

  Әҙәб.: Я н б у х т и н а А.Г. Народные традиции в убранстве башкирского дома. Уфа, 1993; ш у л  у ҡ. Декоративное искусство Башкортостана. XX век: от тамги до авангарда. Уфа, 2006; Профессиональное декоративно-прикладное искусство Башкортостана: кат. 1‑3 респ. выст. Уфа, 1997— 2008.

С.В.Игнатенко, Ә.Ғ.Йәнбухтина

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.03.2023