Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СПОРТ КЛУБТАРЫ

Просмотров: 1344

СПОРТ КЛУБТАРЫ, спортсыларҙы һәм спорт яратыусыларҙы берләштергән йәмәғәт йәки шәхси ойошмалар. С.к. төп маҡсаты һәм бурыстары: матди‑техник базаны үҫтереү, физкультура‑һауыҡтырыу һәм спорт сараларын, спортсыларҙы һәм командаларҙы төрлө кимәлдәге ярыштарҙа ҡатнашыуға әҙерләү өсөн уҡыу‑күнекмәләр йыйындарын ойоштороу һәм үткәреү, йәмәғәт физкультура кадрҙарын әҙерләү һәм квалификацияларын күтәреү, тренерҙар советы һәм судьялар коллегияһы эшен булдырыу һәм ойоштороу, клуб ағзаларына мәғлүмәти, соц. һәм хоҡуҡи һ.б. ярҙам күрһәтеү. Башҡортостанда тәүге С.к. 1961 й. Өфөлә асыла (ҡара: “Ағиҙел”, “Батыр”, Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы). Респ. 90‑дан ашыу С.к. эшләй (2008), шулар араһында — “Буревестник”, “Ирбис”, “Локомотив”, “Ринг Башкортостана”, “Салауат Юлаев”, Гастелло Н.Ф. исемендәге спорт клубы, Ҡадиров Ғ. исемендәге техник спорт төрҙәре үҙәге, “Урал” һ.б.

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: