Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СПОРТ

Просмотров: 1761

СПОРТ (ингл. sport), физик культураның состав өлөшө, физик тәрбиәләү сараһы һәм ысулы, төрлө физик күнекмәләр б‑са ярыштар ойоштороу системаһы. Һәүәҫкәр (күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы) һәм проф. С. айырыла. Башҡортостанда күп халыҡ ҡатнашлығындағы С. 20 б. 20‑се йй. башынан үҫешә. 1923 й. Башҡ‑н ҮБК эргәһендә Юғары физик культура советы ойошторола, Өфөлә 1‑се Бөтә башҡорт олимпиадаһы үткәрелә. Респ. 1925 й. — беренсе спорт йәмғиәте, 1946 й. — спорт мәктәбе, 1961 й. спорт клубтары барлыҡҡа килә. Респ. спортсылары 1952 й. башлап Олимпия уйындарында, 1988 й. — Паралимпия уйындарында сығыш яһай. “Физик культура һәм спорт тураһында” (1994), “Башҡортостан Республикаһында балалар‑үҫмерҙәр спорты тураһында” (2004) закондары эшләй. БР Президенты указы м‑н 2003 йыл Башҡортостан Республикаһында Спорт һәм сәләмәт йәшәү рәүеше йылы итеп иғлан ителә. 2000—2010 йылдарға физик культура, спорт һәм үҙешмәкәр туризмды үҫтереүҙең комплекслы программаһы, 2004—2010 йылдарға БР спортсыларын йәйге һәм ҡышҡы Олимпия, Паралимпия һәм Сурдлимпия уйындарына әҙерләү программаһы, 2008—2012 йылдарға милли көрәш һәм шайбалы хоккей үҫтереүҙең респ. маҡсатлы программалары ғәмәлләштерелә. 2006 й. респ. терр‑яһында ярыштар ойоштороу һәм үткәреүҙе тормошҡа ашырған “БР спорт сараларын ойоштороу һәм үткәреү б‑са идаралыҡ” булдырыла. Респ. 129 С. төрө үҫешә, 85‑тән ашыу спорт федерацияһы, 10170‑тән ашыу спорт ҡоролмаһы эшләй; физик культура һәм С. м‑н 833,9 меңдән ашыу кеше шөғөлләнә (2010). “Спорт‑Эксперт” (2002 й. алып), “Спортивная газета Башкортостана” (“Башҡортостандың спорт гәзите”; 2003 й. алып) гәз., “URALSPORT” (2007 й. алып) ж. һәм “Салават Юлаев” (“Салауат Юлаев”; 2008 й. алып) хоккей ж. нәшер ителә.

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019