Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СПОРТ НАГРАДАЛАРЫ

Просмотров: 1089

СПОРТ НАГРАДАЛАРЫ, спортсының хеҙмәттәрен күреү таныҡлығы, дәртләндереүҙең бер формаһы. С.н. 19 б. 2‑се ярт. алып заманса спорт төрҙәре үҫешеү, милли һәм халыҡ‑ара спорт ярыштары ойоштороу, спорт берекмәләрен булдырыу м‑н индерелә. С.н. донъя, континент һәм милли рекордтар өсөн бирелә, уларға Олимпия уйындары, донъя, континент, айырым илдәр чемпионаттары миҙалдары; лавр веноктар һәм чемпион таҫмалары; күсмә приздар (кубоктар), грамоталар, дипломдар, жетондар инә. СССР МС‑ының “Спорт‑техник ҡаҙаныштары өсөн совет спортсыларын бүләкләүгә миҙалдар һәм жетондар булдырыу тураһында” (1947) ҡарарына ярашлы, СССР чемпионатында 1—3‑сө урындар яулаған спортсыларҙы дәртләндереү маҡсатында алтын һәм көмөш миҙалдар, ш. уҡ көмөш һәм бронза жетондар булдырыла. 1958 й. алып СССР беренселеге ярыштарының чемпиондарына һәм призёрҙарына алтын, көмөш һәм бронза миҙалдар тапшырыла. 1970 й. СССР МС‑ы ҡарамағындағы Физик культура һәм спорт ком‑ты ҡарары м‑н награда миҙалдары индерелә: “Халыҡ .ара класлы спортсылар ә .ерлә . өсөн” (донъя, Европа һәм СССР чемпиондарын әҙерләгән тренерҙар бүләкләнгән), “Физик культура һәм спорт өлкәһендә иң яҡшы ғилми‑тикшеренеү эштәре өсөн”, “СССР чемпионы тренеры”. Башҡортостанда тәүге С.н. яулаусы — С.И.Елисеев.

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: