Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТРАКТОР ҺӘМ АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ МАШИНАЛАРЫН ЭШЛӘҮ

Просмотров: 1098

ТРАКТОР ҺӘМ АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ МАШИНАЛАРЫН ЭШЛӘҮ, машиналар эшләүҙең тракторҙар, комбайндар һәм башҡа а.х. машиналары һәм ҡорамалдары етештергән тармағы. Башҡортостанда Т.һ.а.х.м.э. 20 б. 30‑сы йй. Өфө мотор з‑дын сафҡа индергәндән һуң үҫешә башлай, унда комбайндар өсөн моторҙар сығарыла (ҡара: Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе). 1941 й. “Уфасельмаш” з‑ды (ҡара: “Агромаш”), 1977 й. — Стәрлетамаҡ юғары аныҡлыҡтағы станоктар етештереү з‑ды (ҡара: “Инмаш”), 1978 й. “Нефтекамсксельмаш” (ҡара: “Башсельмаш”) ойошторола. Респ. “Автоприбор” з‑дында (ҡара: “Автокомплект”) РФ‑тың автомобиль, трактор һәм комбайн з‑дтары өсөн электротехник ҡорамалдар; Бәләбәй машиналар эшләү заводында— малсылыҡты механизациялау өсөн насос ҡорамалдары; Дәүләкән авторемонт з‑дында (1972 й. асыла) мал аҙығы әҙерләү һәм малсылыҡ комплекстары биналарын йылытыу өсөн КТ‑Ф‑300 маркалы ҡаҙан-үҙгәрткестәр, ТСН‑3 ОБ транспортёрҙары; “Искра” з‑дында а.х. продукцияһын эшкәртеү һәм трактор тейәгестәре өсөн ҡорамалдар; “Кардан” з‑дында (ҡара: “Гидромаш”) комбайндар һәм а.х. машиналары өсөн гидростатик трансмиссиялар етештерелә; 2009 й. алып Нефтекама автозаводы базаһында “Chаllenger” комбайнын йыйыу тормошҡа ашырыла (20 берәмек етештерелгән). 2008 й. респ. ауыл һәм урман хужалығы өсөн машиналар һәм ҡорамалдарҙы 30 эре һәм урта пр‑тие, ш. иҫ. “Стәрлетамаҡ машиналар эшләү компанияһы” ЯАЙ, “Башҡорт тракторы” ААЙ (Өфө), “Агротехремонт” МУП (Саҡмағош а.), “Имәнлеҡул РТП” (икеһе лә — Саҡмағош р‑ны), “Стәрлетамаҡ умартасылыҡ инвентары заводы”. Производство өлөшөнә респ. машиналар һәм ҡорамалдар етештереүҙең 9,0%‑ы тура килә (2008). А.х. машиналары етештереү күләме (млн һум): 1960 й. — 0,3, 1970 — 3,3, 1980 — 34,1 (ҡара: табл.). Тармаҡ продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатыла, алыҫ һәм яҡын сит илдәргә ебәрелә.

И.В.Лаврешина, А.В.Неговора

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Башҡортостанда тракторҙар һәм ауыл хужалығы машиналары эшләү продукцияһы етештереү

 

1964

1970

1980

1990

1995

2000

2005

2008

Малсылыҡ һәм мал аҙығы етештереү өсөн машиналар һәм ҡорамалдар, млн. һум

0,2

2,1

4,1

51,5

15,3

22,5

42,5

22,9

Тупраҡҡа минераль ашламалар һәм эзбиз индереү машиналары, дана

8737

25

116

110

16

Тиреҫ һәм шыйыҡ тиреҫ түгеү ҡулайламалары, дана

15598

1123

510

Трактор сәскестәре, дана

36

249

Мотоблоктар һәм мотокультиваторҙар  алмаш ҡорамалдары менән, мең дана

6,0

6,1

6,8

Трактор сапҡыстары, дана

145

201

129

Трактор тырмалары, дана

143

97

34

Пресс-йыйғыстар, дана

173

24

Мал аҙығы йыйыу комбайндары, дана

36

Трактор культиваторҙары, дана

46

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: