Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТҮБӘ РУДНИГЫ

Просмотров: 1066

ТҮБӘ РУДНИГЫ, һибелмә ятҡылыҡтарҙан, алтынлы окисланған мәғдәндәрҙән алтын табыу һәм уны эшкәртеү б‑са пр‑тие. Ятҡылыҡтарҙы үҙләштереү 1916 й. башлана (ҡара: Таналыҡ-Баймаҡ алтын приискылары). 1933 й. “Башзолото” тресы составында Байҡара һәм Түбә мәғдән идаралыҡтары ойошторола (1953—58 йй. “Южуралзолото” тресы составында, Мейәс ҡ.), 1955 й. алып улар берләшкәндән һуң Түбә мәғдән идаралығы (1966 й. ғин. башлап “Южуралзолото” тресы, Силәбе ҡ.; апр. — “Уралзолото”, Свердловск ҡ.), 1976 й. алып Т.р. (1993 й. — “Башзолото” Дәүләт етештереү пр‑тиеһы, Учалы ҡ.), 2001 й. ябылған. Составына амальгамация ф‑каһы, цианоил һәм перколяция з‑дтары ингән. Көньяҡ, Көнсығыш Тимерлек, Төньяҡ, Ҡортлоһыутау һ.б. ятҡылыҡтарҙы эшкәрткән. 1994 й. 275 кеше эшләгән; 14889 мең һумлыҡ тауар ебәрелгән. 1943—67 йй. пр‑тие 1710 кг алтын сығара.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: