Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУЙМАЗЫ ҠАҒЫҘ ФАБРИКАҺЫ

Просмотров: 898

ТУЙМАЗЫ ҠАҒЫҘ ФАБРИКАҺЫ. 1962 й. ойошторола, 1967 й. файҙаланыуға индерелә (төрөү ҡағыҙы, ҡағыҙ ҡаптар, 1971 й. — яҙыу ҡағыҙы, 1973 й. — полиэтилендан һалынма тоҡтар, 90‑сы йй. башында шешә йәшниктәре, һыу һибеү шлангылары, баҫма обойҙар етештерелә башлай), 2001 й. алып ЯСЙ, 2005 й. ябыла. Составына йомортҡа тултырыу өсөн оялы ҡатлау, сүс плита, ҡағыҙ, ҡап, транспорт цехтары; ағастан икмәк тартмаһы, полиэтилен ҡапсыҡ етештереү участкалары; насос станцияһы һәм таҙартыу ҡоролмалары ингән. 2002 й. 300 кеше эшләгән; 5,4 мең т ҡағыҙ, 61,6 млн дана йомортҡа тултырыу өсөн оялы ҡатлау, 672 дана сүс плита етештерелгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатылған. 2002 й. башлап пр‑тие терр‑яһында “Ҡатырға‑ҡағыҙ комбинаты” ЯСЙ урынлашҡан, ул шундай уҡ продукция сығара.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: