Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠУРСАҠ ТЕАТРЫ

Просмотров: 2162

 

ҠУРСАҠ ТЕАТРЫ. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры 1932 й. Өфөлә ойошторола. Театр составына урыҫ (1932 й. алып) һәм башҡ. (1933 й. алып) труппалары инә. Ойоштороусыһы һәм беренсе художество етәксеһе — М.Н. Елгаштина (1932—55). Тәүҙә труппала А.Г.Давидсон (1‑се дир., ир‑егет ролдәрен башҡарыусы), Елгаштина, О.М. Штейнкопф (ҡурсаҡ эшләү оҫтаһы, ҡурсаҡ театры актёры) була, һуңынан урыҫ бригадаһы — актёрҙар М.А.Артемьева, В.М.Бычкова, Л.Р.Визарова, Г.Зорин, Н.М.Костусенко, А.С.Пентегова, Т.В.Постникова; Г.М.Мансурова етәкс. башҡ. күсмә труппаһы Х.Арыҫланова, Р.Вәлиева, М.Мөстәҡимов, М. һәм Х. Хәмзиндәр, М.Әбләева, С.Әхтәмова һ.б. м‑н тулылана. Репертуарҙа агитация-пропаганда тематикалы пьесалар өҫтөнлөк итә: “Негр малайы Том” (“Негритёнок Том”; Ю.А.Гауш һәм Б.Павловский); Елгаштина әҫәрҙәре: “Санитар бригадаһы” (“Санитарная бригада”), “Ленинға табан” (“К Ленину”), “Марфушканың әлифбаһы” (“Марфушкин букварь”), “Яҙғы сәсеү” (“Весенняя посевная”), ш. уҡ “Петрушка — физкультурник” һәм “Петрушка ял ит‑ кәндә” (“Петрушка на отдыхе”) миниатюралары. 1935 й. алып, тылсымлы әкиәттәргә рәсми тыйыуҙы бөтөргәндән һуң, репертуар урыҫ һәм сит ил әҙәбиәте әҫәрҙәренә байый: ағалы‑ҡустылы Гримм әкиәттәре б‑са “Күңелсәк тегенсе” (“Весёлый портняжка”; Л.В.Веприцкая), В.Гауфтың “Бәләкәй Мук” әкиәте б‑са ш. уҡ исемле (“Маленький Мук”; Е.Благинина м‑н М.Поступальская) спектаклдәре, “Аҫау ҡолон‑Көмрө һырт” (“Конёк‑Горбунок”; П.П.Ершов), “Балыҡсы һәм балыҡ тураһында әкиәт” (“Сказка о рыбаке и рыбке”; А.С. Пушкин). Э.Т.А. Гофмандың әкиәте б‑са “Щелкунчик” (Э. Старк) спектаклендә 30‑сы йй. новатор художество алымы — “тере план” ҡулланыла. Башҡ. бригадаһы репертуарында ш. уҡ концерттар ҙа була.

Бөйөк Ватан һуғышының тәүге йылдарында труппалар берләшә. Театр госпиталдәрҙә сығыш яһай, программа м‑н Карелия фронтына бара (1944), программаға “Гитлерҙың төшө” (“Сон Гитлера”; Л.Ленч), “Суртан әмере буйынса” (“По щучьему велению”; Е.Я.Тараховская), “Алтынланған маңлайҙар” (“Золочёные лбы”; Н.Богомазов), А.П.Чехов әҫәрҙәре б‑са “Хирургия” спектаклдәре, ш. уҡ эстрада номерҙары инә. Актёрҙар составы башлыса бирсәткә, 1944 й. алып таяҡлы ҡурсаҡтар м‑н уйнай [“Ҡар батшабикәһе” (“Снежная королева”); Е.Л.Шварц]. Ғ.Туҡай әҫәрҙәре б‑са “Шүрәле”, “Һыу инәһе” (икеһе лә — Ғ.Р.Шәмүҡов инсценировкаһы), Шәмүҡов пьесаһы б‑са “Тылсымлы таяҡ” (“Волшебная палочка”; реж. Елгаштина) спектаклдәре ҡуйыла. “Тылсымлы таяҡ” спектакле Бөтә Рәсәй балалар өсөн театрҙар смотрында (1946) юғары баһаға лайыҡ була. Труппаны актёрҙар Н.Е.Двинская, А.Я.Корнеева, А.Щербакова тулыландыра. Сценография һәм ҡурсаҡтар эшләү — Т.Зеегольцер, Елгаштина, Ю.Синицын, А.М.Столбов, Штейнкопф; муз. биҙәү Х.К. Ибраһимов, З. Николаевская, Л.Н.Сушкова, Ю.А. Толоманова, Х.Ф.Әхмәтов тарафынан башҡарыла. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа театрҙың репертуарында натуралистик тенденцияларҙың һәм дидактик тематиканың көсәйеүе күҙәтелә.

Театрға реж. И.Ф.Арнгольд һәм Н.В.Мисюра (1955— 59 йй. баш реж.) килеү м‑н, репетицияларҙа йоғонтоло анализ ысулы ҡулланыла башлай, спектаклдәрҙең һүрәтләү һәм кәүҙәләндереү саралары киңәйә: “Яҙғы сәскә” (“Весенний цветок”; С.Преображенский), “Юғалған ваҡыт тураһында әкиәт” (“Сказка о потерянном времени”; Шварц), М.М.Пришвин әҫәре б‑са “Ҡояш келәте” (“Кладовая солнца”), “Тере һыуҙың сере” (“Тайна живой воды”; Ю.Арбат, икеһе лә — Б.Ф.Домашниковтың декорация ҡоролошонда), И.Я. Франконың “Биҙәнгән төлкөбикә” (“Крашеная лисица”) әкиәте мотивтары б‑са Ю.Страховтың “Йәшел төлкө” [“Зелёная лисица”; “Урал театр яҙы” (“Уральская театральная весна”) фестивале дипломанты, 1957] һ.б. спектаклдәр. П.П.Бажов әҫәрҙәре б‑са Елгаштинаның “Золотинка” спектакле иң яҡшы постановкаларҙың береһе була һәм Мәскәү тәнҡитселәре тарафынан ыңғай баһалана. Милли драматургияны булдырыу б‑са эштәр дауам итә, башҡ., урыҫ һ.б. халыҡтар фольклоры әҫәрҙәренән сюжеттар үҙләштерелә: “Үлмәҫбай” (И.Ниғмәтуллин), “Хужа Насретдин” (А.С.Фәтҡуллин) һ.б. Ҡурсаҡтар яһау м‑н башлыса М.Я. һәм В.Ф. Волковтар шөғөлләнә. 60‑сы йй. Ҡ.т. ижады И.Ф.Кулага (1961—70 йй. баш реж.) эшмәкәрлегенә бәйле. Театрҙың художество‑эстетик йүнәлешенә үҙгәрештәр индерелә: ҡурсаҡтарҙың, ширмаларҙың төҙөлөшө техник яҡтан яҡшыртыла, сәхнә урыны киңәйтелә, актёр оҫта‑ лығы үҫешенә айырым иғтибар бүленә.

Театр м‑н яҙыусылар С.В.ВолковКривуша [“Хәүефле юл саты” (“Опасный перекрёсток”), “Башһыҙ мушкетёрҙар” (“Мушкетёры без головы”), “Алтын роза” (“Золотая роза”)], Фәтҡуллин (“Урал улдары”, “Биш минутлыҡ батша”, “Тере һыу”) әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Башҡ. бригадаһының спектаклдәре араһында З.С.Иғдәүләтовтың (“Алмас ҡылыс”; Ниғмәтуллин, “Серле ҡая”; Ш.Ғ.Насиров) һәм К.Ф.Ғәҙелшиндың (1970—77 йй. баш реж.; “Әминбәк” һәм “Ямба-Конго”; Волков‑Кривуша) постановкалары айырылып тора. Труппа составына Р.Ә.Искәндәров, Г.А.Мошкина, Р.А.Нассонова, В.Т.Рәхимова, А.Ә.Әхмәтшин һ.б. ҡушыла. Театр 70—80‑се йй. В.М.Штейн етәкс. (1977—83 йй. баш реж.) ҙур ижади уңыштарға өлгәшә. Яңы эстетика формалаштырыла, ҡурсаҡ йөрөтөү һәм “тере” актёр сәнғәтен берләштереү алымы үҙләштерелә. Метафорик театрҙың донъяға ҡарашы мәсьәләләрен сағылдырған төрлө художестволы алымдар раҫлана.

Балалар өсөн спектаклдәр [Х.К.Андерсен әкиәте б‑са А.Я.Брунштейндың “Дюймовочка”, Фәтҡуллин һәм Д.А. Рашкиндың “Бөркөт балаһы осорға өйрәнә” (“Орлёнок учится летать”), П.Манчевтың “Ҡуян мәктәбе” (“Заячья школа”), Ғ.Ғ.Шафиҡовтыңбашҡ. халыҡ эпосы б‑са “Урал батыр” (“Урал-ба‑ тыр”), А. де Сент‑Экзюпериҙың “Сүллек күгендәге йондоҙҙар” (“Звёзды над пустыней”) һ.б., ш. иҫ. А.Л.Барто, С.Я.Маршак, С.В.Михалков, К.И.Чуковский шиғырҙары б‑са спектакль-сәйәхәттәр] м‑н бер рәттән өлкәндәр өсөн постановкалар (башлыса сәхнәләштерелгән әҫәрҙәр б‑са): С.Т.Айытматовтың“Аҡ пароход” повесы б‑са А.Б.Барановтың ш. уҡ исемле әҫәре (СССР халыҡтарының Бөтә Союз милли драматургияһы фестивале лауреаты, Горький ҡ., 1978; Халыҡ‑ара Азия илдәре ҡурсаҡ театрҙары фестивалендә төп приз, Ташкент, 1979), М.Ғафуриҙың“ Ҡара йөҙҙәр” повесы б‑са Баранов инсценировкаһындағы “Ғәлимә” (Халыҡ-ара УНИМА ҡурсаҡ театрҙары ассоциацияһы дипломанты, Печ ҡ., Венгрия, 1982), И.В.Штоктың “Илаһи комедия” (“Божественная комедия”), М.Кәримдең “Ташлама утты, Прометей!” трагедияһы (Халыҡ-ара ҡурсаҡ театрҙары фестивалендә төп приз, Мәскәү, 1978) һәм “Диктаторға ат бирегеҙ!” фарсы ҡуйыла. Театрҙа бене‑ фистар үткәрелә башлай. 1978 й. Штейн һәм дир. Н.М.Айыуханов 1976—78 йй. репертуары өсөн Ғ.Сәләм ис. пр. лайыҡ була. 1983 й. П.Р.Мельниченко театрҙың баш реж. итеп тәғәйенләнә, ул режиссёр идеяһының тәрәнлеге, үҙенсәлекле сәхнә кәүҙәләнеше м‑н айырылып торған постановкалар ҡуя: Т.Ғ.Миңнуллиндың“Әлдермештән Әлмәндәр”, С.Неристың“Эгле — туҙбаш йыландар батшабикәһе” (“Эгле — королева ужей”) поэма‑әкиәте б‑са В.Г.Миодушевскийҙың ш. уҡ исемле әҫәре, Аристофандың “Лисистрата”, Шафиҡовтың “Сихырланған ат күле” (“Озеро заколдованного коня”), “Рамаяна” поэмаһы б‑са Н.Р.Гусева һәм С.Потабенконың “Һиндостан легендаһы” (“Индийская легенда”). 1989 й. совет‑һинд дуҫлығын нығытыуға индергән өлөшө өсөн Ҡ.т. Д.Неру ис. Халыҡ-ара тыныслыҡ пр. лайыҡ була (ҡара: Башҡортостан — Һиндостан). Постановкаларҙы ш. уҡ Л.Л.Аҡманов, Ғәҙелшин, В.Н.Гаранин ҡуя.

Театрға 70‑се йй. — актёрҙар Ф.И. Дәүләтбаев, А.Н.Заяц, Ю.В.Заяц, Г.Ш.Ивакин, А.Н. һәм Ф.Б. Имаметдиновтар, И.А.Капатов, Л.Ю.Капатова, Р.С.Ҡобағошова, М.М.Сафина, А.Р.Шумячер, В.А.Щербаков; 80‑се йй. Т.И.Кузьменко, Р.М.Лугаманов, Г.А.Мөхәмәтшина, ӨДСИ‑нең махсус курсын тамамлаусылар А.Б. Байков, Л.Р.Булатова, Г.А.Вәлитова, О.М.Дудка, А.Б.Резниченко, О.Ю. Шәрәфетдинова һ.б. килә. Сценография м‑н — Н.Ғ. Байбурин, Б.Я.Торик, М.Б. Грибанова, Э.Н.Коган, З.А.Сахно, В.И.Смирнова, Н.И.Рәхмәтуллин (яҡтылыҡ рәссамы); муз. биҙәү м‑н А.К.Березовский, Р.Х.Ғәзизов, Ш.З.Ҡолбарисов, С.С.Миролюбов, Г.В. Павельев һ.б. шөғөлләнә.

90‑сы йй. алып театр ижадтың яңы формаларын, ху‑ дожестволы сағылдырыуҙың яңы алымдарын эҙләү м‑н билдәле. 1991 й. баш реж. — Әхмәтшин, 1994—96 йй. Байбурин була. Репертуарҙа мәктәпкәсә йәштәге балалар һәм мәктәп уҡыусы‑ лары өсөн тәғәйенләнгән әҫәрҙәр өҫтөнлөк итә: “Татлы бәлеш” (“Сладкий пи‑ рог”; Ю.Н. Елисеев), “Хаэнго утрауының сере” (“Тайна острова Хаэнго”; А.Матюшкин), “Бука менән күңелле уйындар” (“Весёлые игры с Букой”; М.Супонин), “Кәрәгеңде алырһың!” – “Клочки по закоулочкам”; Г.Б.Остер), “Батыр әтәс” (Н.Ғәйетбай) һ.б. Театрҙың “Урал муйынсағы” (“Ожерелье Урала”) художество программаһы тор‑ мошҡа ашырыла, ул “Ҡамыр батыр” (И.Рауилев), “Сәсән йыры” (Шафиҡов), “Һарнуш” һәм “Шүрәленең төнгө уйындары” (Байбурин), “Серле ҡумта” (В.Б.Ғүмәров) спектаклдәрен үҙ эсенә ала. Постановкаларҙы ш. уҡ Л.В.Вәлиев, Вәлитова, РФ, БДБ театрҙарының реж. Р.Агур [Ф.Тугластың “Бәләкәй Иллимар” (“Маленький Иллимар”) романы б‑са ш. уҡ исемле әҫәр], Ю.П.Горин [Р.Стивенсондың “Хазиналар утрауы” (“Остров сокровищ”) романы б‑са ш. уҡ исемле әҫәр], Капатов [Х.К. Андерсен б‑са “Дюймовочка”, Е.П.Чеповецкийҙың “Бесәй—сысҡан” (“Кошки—мышки”), Н.В.Гоголдең әҫәре б‑са Е.В. Сперанскийҙың “Раштыуа байрамы алды төнө” (“Ночь перед Рождеством”)], Б.Н. Манджиев [“Сәсән йыры” (“Песнь сэсэна”)] ҡуя. Сценография м‑н — Байбурин, Г.Ғ.Калитов, В.Никоненко, Торик, В.Б.Яшкулов; муз. биҙәлеш м‑н Р.Б.Медяров, А.Селютин, М.С.Фәттәхетдинова, А.Д. Хәсәншин шөғөлләнә. Коллективҡа актёрҙар Е.М.Кочурова, О.В. Штырляева, В.А.Щербакова килә.

2001—10 йй. баш реж. — Вәлитова. Репертуар урыҫ [Пушкиндың “Алтын әтәс” (“Золотой петушок”), С.Т.Аксаковтың “Ал сәскә” (“Аленький цветочек”), Бажов әкиәттәре б‑са Сперанскийҙың “Баҡыр тауы хужабикәһе” (“Хозяйка медной горы”),  Д.И.Хармстың “Шардам циркы” (“Цирк Шардам”)], сит ил [С.Лагерлёфтың “Нильс Холгерссондың Швеция буйлап тылсымлы сәйәхәте” (“Чудесное путешествие Нильса Хольгерссона по Швеции”) китабы б‑са И.Р.Әлмөхәмәтовтың “Нильстың иҫ китмәле сәйәхәте”, В.Гауфтың “Һалҡын йөрәк” (“Холодное сердце”)] һәм хәҙ. заман башҡ. әҙәбиәтенең балалар өсөн әҫәрҙәре (Әлмөхәмәтовтың “Әсәйемә бүләк” һәм “Бәләкәй гном”, С.Р.Суринаның “Янһарының тылсымлы санаһы” һәм “Ҡаҙ батшаһы”, С.Әлибайҙың “Салауат саҡырыуы”, Ф.Ә.Әлибаеваның “Тереһыу”) м‑н тулылана. М.Кәримдең “Оҙон‑оҙаҡ бала саҡ” повесы б‑са Әлибаеваның “Хыял күпере” спектакле [“Ҡолонсаҡ” Респ. балалар өсөн спектаклдәр фестивале (Өфө, 2001); “Кугу сорта” этно-арт театрының электрон фестивале (Йошкар‑Ола ҡ., 2004) лауреаты] Тыуған илгә һөйөү, традицияларға һаҡсыл мөнәсәбәткә өндәү м‑н һуғарылған, был йылдарҙа ул иң күренекле постановкаларҙың береһе була. Театр ижади практикаһында төрлө художестволы алымдарҙы (битлек, танта‑ мореска, трансформация, “ҡараңғы бүлмә”), ҡурсаҡтарҙың төрҙәрен һәм системаларын (марионетка, бирсәткә, кеше буйындағы) ҡуллана. Сценография һәм ҡурсаҡтар яһау м‑н — Байбурин, Н.Х. Бирюкова, А.С.Волков; муз. биҙәлеш м‑н Н.Ә.Дауытов, Миролюбов, А.М.Нәбиев, С.Р.Сәлмәнов шөғөлләнә. Труппаны ӨДСИ‑нең махсус курсын тамамлаусылар А.А. һәм С.М.Имаметдиновтар, Г.Я.Мөхәмәтйәнова, И.Р. Мөхитова, А.Х.Юлдашбаева һ.б. тулыландыра. Театр Рәсәй, Һиндостан, Монголия буйлап гастролдәрҙә була.

Дир.: Давидсон (30‑сы йй.), Е.А. Тюремнова (40‑сы йй.), В.З.Сидурин (1956 й. алып), А.М. Искәндәров (1957 й. алып), Ғәҙелшин (1966 й. алып), Л.Р. Соболева (1968 й. алып), Айыуханов (1969 й. алып), Р.Н.Хәлилов (1989 й. алып), И.Н.Әхмәҙиев (1998 й. алып), А.Р.Сәйетов (1994—98, 2002— 10), И.Р.Әлмөхәмәтов (2011 й. алып). 1976 й. Октябрь проспектында театрҙың үҙ бинаһы барлыҡҡа килә.

Әҙәб.: Тамаша. 2006, №4 (махсус сығарылыш)

Ф.Ә.Әлибаева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

     

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 24.04.2023