Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕЛГАШТИНА Мария Николаевна

Просмотров: 1484

ЕЛГАШТИНА Мария Николаевна (2.6.1873, Барнаул ҡ. — 10.11.1966, Өфө), рәссам. БАССР‑ҙың халыҡ рәссамы (1955), БАССРҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1944). Рәссамдар союзы ағзаһы (1934). 1892—95 йй. Строганов үҙәк техник һүрәт төшөрөү уч‑щеһында (Мәскәү) уҡыған. 1906 й. алып Өфөлә йәшәй. 1921—32 йй. БАССР мәғариф ХК тәжрибә-үрнәк мәктәбенең ҡурсаҡ түңәрәге уҡытыусыһы, ойоштороусыһы һәм етәксеһе, бер үк ваҡытта 1922—26 йй. Өфө художество музейы китапханасыһы, 1932—55 йй. Башҡ. ҡурсаҡ театрының художество етәксеһе, рәссамы, режиссёры һәм актрисаһы. Башҡортостанда һынлы сәнғәткә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Е. эштәре 19 б. аҙ. рус реалистик рәсем сәнғәте традицияларында башҡарылған. Камерный эштәренең төп темаһы — Башҡортостан тәбиғәте. Әҫәрҙәренә ябай мотивтарҙың илһамлылығы, тондарҙың аһәңдәш булыуы, төҫтәрҙең нәфислеге һәм нескә формалар хас. Рәссам ижадында лирик пейзаждарҙан (“Киске мәл”, 1924; “Яҙғы эңер”, 1926; “Эҫем йылғаһы”, 1931) һәм натюрморттарҙан (“Умырзаялар”, 1960; “Яҙын”, 1961) торған акварель ҙур урын биләй. 40—50‑се йй. ш. уҡ рәсем сәнғәтенең майлы буяу техникаһында эшләй (“Өфө ситендә”, 1944; “Элекке Өфө”, “Зәңгәр киңлектәр”, икеһе лә — 1952). Ҡурсаҡ театрына нигеҙ һалыусы, 25‑тән ашыу пьеса һәм инсценировка (Х.К.Андерсен, В.Гауф, А.С.Пушкин, А.Н.Толстой, халыҡ әкиәттәре мотивы б‑са) авторы, ҡурсаҡтар эшләүсе. Е. төп геройы Петрушка булған бик күп миниатюралары мөһим тәрбиәүи әһәмиәткә эйә [“Петрушка-физкультурник”, “Перушка һәм доктор” (“Петрушка и доктор”), “Петрушка Айҙа” (“Петрушка на Луне”) һ.б.]. Ғ.Р.Шәмуҡовтың “Серле таяҡ” пьесаһы б‑са “Тылсымлы таяҡ” (“Волшебная палочка”, Е. тәржемәһе) спектакле Бөтә Рәсәй балалар өсөн театрҙар смотрында (Мәскәү, 1946) күрһәтелә. Нестеров М.В. исемендәге башҡорт художество музейын ойоштороуҙа ҡатнаша. Өфө сәнғәт түңәрәген һәм Өфө художество музейы дуҫтары түңәрәген ойоштороу инициаторҙарының береһе. Революцион Рәсәй рәссамдары ассоциацияһы ағзаһы (1925). 1916 й. алып күргәҙмәләрҙә, 1929 й. башлап халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1955, 1973). Эштәре БДХМ‑да, ҡурсаҡтары Башҡ. ҡурсаҡ театры музейында (Өфө) һаҡлана. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1955).

Әҙәб.: М.Н.Елгаштина: каталог. Уфа, 1953; Самигуллина Р.А. От Петрушки к Прометею. Уфа, 1993.

Э.П.Фенина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: