Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТОҘУТ

Просмотров: 606

ТОҘУТ (Salsola), алабута һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 25 төрө билдәле, башлыса Евразияның һәм Төньяҡ Американың тропик булмаған өлөштәрендә таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә. Бер йыллыҡ үләндәр, ҡайһы берҙә ҡаты төктәр м‑н ҡапланған. Һабаҡтары ғәҙәттә тарбаҡлы, бейеклеге 100—150 см тиклем. Япраҡтары сиратлы, ултырма, ваҡ, ҡыяҡлы, осло. Сәскәләре күрекһеҙ, ике енесле, 1—3‑ләп сәскә яны япраҡтары ҡуйынында, башаҡ йәки һепертке рәүешле сәскәлектәрҙә урынлашҡан. Июль—сент. сәскә ата. Емеше сәтләүек һымаҡ, июль аҙ.—окт. өлгөрә. Татырлыҡ Т. тоҙло тупраҡта Хәйбулла р‑нының (Яңы Ергән а.) ҡоро далаларында, көньяҡ Т. БР‑ҙың дала зонаһындағы тимер юл өйөмдәрендә үҫә; ике төрө лә ситтән индерелгән. Ҡалҡыулыҡ Т. респ. бөтә терр‑яһында ҡалдауҙарҙа, ҡыйлы урындарҙа үҫә. Рудераль үҫемлектәр. Силоситеп файҙаланыла. Составында алкалоидтар, сапониндар, флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Ә.Х.Ғәлиева

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: