Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАЖЕТДИН (Тажетдинов) Тәлғәт Сафа улы

Просмотров: 1546

ТАЖЕТДИН (Тажетдинов) Тәлғәт Сафа улы (12.10.1948, Ҡазан ҡ.), дин әһеле, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты рәйесе (1980 й. алып), Шәйех-әл-ислам (1990 й. алып), Рәсәйҙең Баш мөфтөйө (1992 й. алып). Мир‑Араб мәҙрәсәһен (Бохара ҡ., 1973), Әл-Әзһәр университетын (Ҡаһирә ҡ., 1978) тамамлаған. 1973 й. Ҡазан йәмиғ мәсетенең икенсе, 1978—80 йй. беренсе имам‑хатибы. Рәсәйҙә мәсеттәр (ш. иҫ. “Ләлә-Тюльпан”) төҙөү, ислам уҡыу йорттарын (ш. иҫ. Рәсәй ислам университетын) асыу, хәйриә акциялары үткәреү һ.б. инициаторы. БДБ Мосолман ойошмаларының тышҡы бәйләнештәре ассоциацияһы рәйесе (1990 й. алып), РФ Президенты ҡарамағындағы Дини берекмәләр менән хеҙмәттәшлек итеү советы (1995 й. алып), Рәсәй Дин‑ара советы президиумы (1998 й. алып; бөтәһе лә — Мәскәү ҡ.), Ислам конференцияһы ойошмаһының Ислам буйынса Координация советы (Джидда ҡ., Сәғүд Ғәрәбстаны; 2005 й. алып) һ.б. ағзаһы. 4‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2013), Почёт (2008), Дуҫлыҡ (1998), Халыҡтар дуҫлығы (2008), Салауат Юлаев (2020), 2‑се дәрәжә Дан һәм Намыҫ (2013), 2‑се дәрәжә Изге благоверный Мәскәү кенәзе Даниил (2008)  һ.б. ордендар менән бүләкләнгән.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

З.З.Ҡарабаева
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.10.2021