Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАУЛЫҠАЙ МӘҘРӘСӘҺЕ

Просмотров: 1029

ТАУЛЫҠАЙ МӘҘРӘСӘҺЕ, “И м а н и с т и”, урта уҡыу йорто. 19 б. уртаһында Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Түб. Таулыҡай а. (хәҙ. БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) мәсет эргәһендә асыла. Ырымбур мосолман диниә назараты ҡарамағында була. Хәйриә аҡсаһына тотола. Уҡытыу‑тәрбиә эшенә мөҙәрис, мәсеттең имам‑хатибы етәкселек итә. 7—10 йәштәге ир балалар ҡабул ителә. Уҡыу бушлай була. Уҡыу курсы — 7—10 йыл. 1893 й. алып уҡыу процесы яңы ысул м‑н уҡытыу системаһына нигеҙләнә (ҡара: Йәдитселек). Уҡыу программаһына дини предметтар м‑н бергә геогр., ғәрәптеле, пед., психология, тарих, фарсытелеһ.б. инә. Мәҙрәсәлә башлыса башҡорт, ҡаҙаҡ, татарҙар уҡый. Йыл һайын 200— 250 шәкерт уҡытыла. Тамамлаусылар араһында Х.Рәхимов; бында ш. уҡ М.Ә.Байымов, Ш.Ш.Ғәбдиев, М.Сиражетдинов, М.С.Үтәбаев уҡыған. 1926 й. ябыла. 1893 й. башлап мәҙрәсә ҡаҙаҡ байы Д.Имамбаев аҡсаһына төҙөлгән үҙ бинаһында урынлашҡан. Мөҙәрис Рәхимов билдәле (1893 й. алып).

Р.И.Үтәғолов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: