Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СУД МЕДИЦИНАҺЫ

Просмотров: 983

СУД МЕДИЦИНАҺЫ, медицинаның тәфтиш һәм суд практикаһында мед. һәм биол. проблемаларҙы өйрәнеүсе бүлеге. С.м. бурыстары: хоҡуҡ һаҡлау органдарына эштең (енәйәти, гражданлыҡ, административ хоҡуҡ боҙоу) хәл‑шарттарын асыҡлауҙа булышлыҡ итеү; һаулыҡ һаҡлауҙы камиллаштырыу (ауырыуҙар һанын һәм үлем осрағын кәметеү, халыҡҡа мед. ярҙамын яҡшыртыу мәсьәләләрен хәл итеү, мед. ярҙамы күрһәтеү етешһеҙлектәренең сәбәптәрен асыҡлау һәм өйрәнеү) һ.б. С.м. бүлектәре: суд-мед. танатологияһы; травматология; токсикология; акушерлыҡ һәм гинекология; биол. сығышлы матди дәлилдәрҙе тикшереү ысулдарын эшләү; шәхесте һәм енәйәт ҡоралын идентификациялау; эш материалдары б‑са экспертиза (ш. иҫ. суд‑медицина экспертизаһы) үткәреү һ.б. Башҡортостанда С.м. проблемаларын өйрәнеү 1937 й. В.Г.Кузнецов тарафынан БДМИ‑ла профилле каф. асылғандан һуң башлана. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфөгә эвакуацияланған 1‑се Мәскәү мед. ин‑ты ғалимдары атыу ҡоралынан яраланыуҙан һуң барлыҡҡа килгән йәрәхәттәргә, тән ағзаларын аңлы рәүештә зәғифләүгә һ.б. экспертизалар үткәрә. БДМУ‑ла 60—80‑се йй. С.м. ҡарашынан сығып, суд‑мед. токсикологияһы мәсьәләләре, йәште билдәләү, шәхесте идентификациялау, яһалма рәүештә барлыҡҡа килтерелгән хирургик ауырыуҙарҙы асыҡлау мәсьәләләре өйрәнелә (А.И.Вишев, Р.Ю.Мөхәмәтов); төрлө этиологиялы рыялы һәм яһалма ауырыуҙарҙың клиник‑морфол. үҙенсәлектәре һәм суд‑мед. диагностикаһы ысулдары, тән ағзаларын аңлы рәүештә зәғифләүҙә ғәйепләнгән кешеләргә суд‑мед. экспертизаһы (А.М.Гәрәев), йөрәк һәм ҡан тамыры ауырыуҙары (М.Е.Быков, Е.А.Гәрәева, Р.А. Иҙиәтуллин, В.А.Сундуков, В.Г.Ханов), тән ағзалары һыныу (А.И.Имаев, Р.Б.Чернова) арҡаһында ҡапыл үлеү осраҡтарының билдәләре, С.м. күҙлегенән этил спирты, этиленгликоль, сулема м‑н ағыуланғанда морфол. үҙенсәлектәр өйрәнелә (Л.В.Буевич).

А.М.Гәрәев, Е.А.Гәрәева

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: