Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТОҘ СЫҒАРЫУ КӘСЕПТӘРЕ

Просмотров: 1113

ТОҘ СЫҒАРЫУ КӘСЕПТӘРЕ, аш тоҙо сығарыу. Башҡорттар Т.с.к. м‑н Тоҙтүбә ҡ. янындағы Илек һәм Яйыҡ йй. араһында шөғөлләнгән. Башҡортостанда тоҙ сығарыуҙың таш (кристаллы тоҡомдарҙы ҡырҡып), һирәгерәк ултырма (тоҙло күл төбөнән) ысулдарын файҙаланғандар йәки ҡайнатып алғандар (тоҙло һыуҙы парға әйләндереп). 17 б. башында Өфө өйәҙендә Нуғай даруғаһының Кесе Табын улусы башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә Тоҙ ҡайнатыу бастругы эргәһендәге Тоҙйылға й. буйында батша һарайының тоҙ ҡайнатыу пр‑тиелары эшләгән. 20‑се йй. А.И.Жегулевҡа (Ҡазандан килгән посад кешеһе; 1647 й. уның 2 пр‑тиеһында 59 эшсе булған) бирелгән. Ихтилалдар [ҡара: Башҡорт ихтилалдары (170411), Башҡорт ихтилалдары (173540)] ваҡытында Табын тоҙ ҡайнатыу пр‑тиелары ҡыйратылған. 1754 й. мартында башҡорт, мишәр һәм хеҙмәтле татарҙарҙан яһаҡты ҡаҙнанан тоҙ һатып алыу м‑н алмаштырыу [башҡорт ихтилалына (175556) сәбәп булған] т‑да Сенат указы сыға. Башҡорттарға рөхсәтһеҙ тоҙ сығартмаҫ өсөн июлдә Ырымбур сикһыҙығында Илек Ҡәлғәһе төҙөлә. 1781 й. алып Ырымбур губ. тоҙ сығарыуҙы ойоштороу һәм халыҡты тәьмин итеү эше м‑н Ырымбур ҡаҙна палатаһы, 1806 й. — Илек тоҙ экспедицияһы, 1818 й. — Илек тоҙ идараһы (бөтәһе лә — Ырымбур ҡ.), тоҙ ташыу м‑н Тоҙ ташыу комиссияһы, 1826 й. — ҡаҙна палатаһы шөғөлләнгән. Ашҡаҙар (1766 й. башлап Стәрлетамаҡ) пристане һәм Өфө аша Һамар ҡ. сығарғандар. 1868 й. Илек тоҙ сығарыу урындары шәхси кешеләргә ҡуртымға бирелгән. 18 б. йылына яҡынса 300 мең бот, 19 б. — 900 мең, 20 б. башында 2,7 мең бот тоҙ сығарылған. 1766 й. алып тоҙ сығарыр өсөн һөргөндәге кешеләр, заводҡа беркетелгән крәҫтиәндәр, 1836 й. — эшселәр (апр.—окт.) көсө ҡулланылған. 1850 й. Илек руднигында 2581 эшсе (1640 тоҙ ҡырҡыусы, 941 ер ташыусы) иҫәпләнгән. 19 б. аҙ. тиклем тоҙ сығарғанда ҡул көсө файҙаланылған, 20 б. башында тәүге механизмдар — локомобиль, күтәреү һәм яҡтыртыу өсөн машиналар — барлыҡҡа килгән. 1818—66 йй. тоҙ һатыу м‑н Ырымбур ҡаҙна палатаһының Тоҙ бүлексәһе шөғөлләнгән.

Әҙәб.: М у д а р и с о в Р.З. Промышленность Южного Урала в первой половине XIX века (1801—1861).

Р.З.Мөҙәрисов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: