Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШҠОРТ ИХТИЛАЛЫ (1755—56)

Просмотров: 1568

БАШҠОРТ ИХТИЛАЛЫ (175556), башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен баҫып алыу, һалымдарҙың артыуы, мосолмандарҙы христианлаштырыуға ынтылыш, Ырымбур губернаһы хакимиәтенең башбаштаҡлығы һөҙөмтәһендә тыуа [ҡара: Башҡорт ихтилалдары (17—18 бб.)]. Сенаттың 1754 й. 16 мартындағы яһаҡты ҡаҙнанан тоҙ һатып алыу м‑н алмаштырыу (башҡорттарға 5—6 тапҡыр ҡиммәтерәккә төшкән) т‑дағы указы сәбәп була. Яһаҡты алмаштырыу ергә аҫабалыҡ хоҡуғын (ҡара: Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы) бөтөрөү булараҡ ҡабул ителә. Хәрәкәткә Бикбулат Арҡаев, Исмәғил Айытҡолов, Көсөкбай, Хоҙайбирҙе мулла, Сурағол Миңлебаев, Әликәш Һөйөндөков, Ялан Этҡол һ.б. етәкс. итә. Төп көс булып башҡорттар тора. 1754 й. яҙында Б.и. инициаторҙары Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы халҡы була; уларға Нуғай даруғаһының көньяҡ- көнсығыш улустары ҡушыла. Уҫы даруғаһы, Ҡазан даруғаһы һәм Себер даруғаһы башҡорттары, Урта Йөҙ ҡаҙаҡтары м‑н бәйләнеш булдырыла. Ихтилалды ойоштороусылар көрәште әҙерләүгә ҡушылыу тәҡдиме м‑н Батыршаға мөрәжәғәт итә. Батырша төбәктең мосолман халҡына өндәмә м‑н мөрәжәғәт итә, ул унда төбәктең урыҫ булмаған халҡы мәнфәғәттәрен яҡлап сығыш яһай һәм халыҡты ҡораллы көрәшкә саҡыра. Б.и. башлау 1755 й. 3 июленә билдәләнә. 15 майҙа Ялан Этҡол һәм Хоҙайбирҙе мулла етәкс. Бөрйән улусы халҡының стихиялы сығышы башлана, улар тау-эҙләнеү эштәре нач. Е.Е.Брагиндан һәм уның ярҙамсыларынан ҡылған башбаштаҡлыҡтары өсөн ҡаты үс ала. Ырымбурҙан килгән хөкүмәт ғәскәрҙәре күпләп ҡулға алыуҙар үткәрә; күптәр ҡаҙаҡ далаларына ҡаса. Урындағы башҡ. старшиналары мишәр старшиналары м‑н алмаштырыла, хөкүмәттең яңы таяныс пункты — Йылайыр ҡәлғәһенә нигеҙ һалына. Авг. башында Бөрйән улусында хәрәкәт яңынан башлана һәм Нуғай даруғаһының көньяҡ-көнсығыш улустарына тарала. Баш күтәреүселәр Покровка заводын юҡ итә, Ташлы руднигын, ӘүжәнПетровка заводтарын, Вознесенка (Ырғыҙлы) заводын, Преображенск заводын һ.б. пр‑тиеларҙы туҙҙыра. Авг. аҙағында көрәшкә Сурағол Миңлебаев, Аҡбаш Әндерәшев, Мостай Теребирҙин етәкс. Уҫы даруғаһының Ғәйнә улусы башҡорттары күтәрелә. Ләкин Туҡтамыш Ишбулатов властар яғына күскәндән һуң, хәрәкәт тарҡала. Ихтилал идеологы Батырша асыҡтан‑асыҡ сығыш яһарға баҙнат итмәй, был Уҫы һәм Себер даруғалары башҡорттарының яңы башланған хәрәкәттәрен өҙөүгә алып килә. 14 авг. Ырымбур губернаторы И.И.Неплюев, 1 сент. императрица Елизавета Петровна халыҡҡа Б.и. туҡтатыу һәм ярлыҡау һорау тәҡдиме м‑н мөрәжәғәт итә. 1755 й. 26 сент. императрицаның ихтилалды баҫтырыуҙа ярҙам күрһәткән өсөн хеҙмәтле һәм яһаҡ түләүсе мырҙалар һәм татарҙарға ташламалар (татар мосолмандарына мәсеттәр һалырға рөхсәт итеү, недоимкаларҙы юҡ итеү, йән башынан законһыҙ йыйылған аҡсаларҙы кире ҡайтарып биреү һ.б.) яһау т‑да манифестары сығарыла. Башҡортостанға хөкүмәт ғәскәрҙәре (яҡынса 25 мең һалдат, драгун һәм казак) ебәрелә. Властар башҡорттарҙың ҡаҙаҡтар м‑н союзын тарҡата. Ген.‑майор А.И.Тевкелев етәкс. делегация, ҡаҙаҡтарға аҡса вәғәҙә итеп, уларҙа йәшеренгән башҡорттарҙы тотоп бирергә ризалаштыра. Ҡаҙаҡтарҙа йәшеренгән 50 мең баш күтәреүсенең һәм уларҙың ғаилә ағзаларының 12—15 мең самаһы ғына тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Нуғай даруғаһында Б.и. 1756 й. яҙына тиклем дауам итә. Меңәрләгән баш күтәреүселәр хөкүмәт ғәскәрҙәре м‑н алыштарҙа һәләк була, күп ауылдар туҙҙырыла һәм яндырыла. Б.и. ҡатнашыусыларҙың күбеһе һалдатҡа һәм матрослыҡҡа оҙатыла, бер өлөшө Рогервик ҡәлғәһенә һөргөнгә ебәрелә. Хөкүмәт башҡорттарҙың ғаризалар м‑н туранан‑тура императорға мөрәжәғәт итеү хоҡуғын тергеҙә, башҡорттар тотҡан почта (ям) станцияларының һанын кәметә, башҡорттар һәм мишәрҙәрҙең Ырымбурға ҡаҙна ағасын ташыу йөкләмәләрен бөтөрә, башҡ. ерҙәрен баҫып алыуҙы тыя һәм Волга буйы халҡын көсләп христианлаштырыу сәйәсәтенән баш тарта.

Әҙәб.: Чулошников А.П. Восстание 1755 г. в Башкирии. М.; Л., 1940; Акманов И.Г. Башкирские восстания в XVIII в. Уфа, 1987.

И.Ғҡманов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: