Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САРУА ҠАЛАСЫҒЫ

Просмотров: 1218

САРУА ҠАЛАСЫҒЫ, иртә тимер быуат һәм иртә Урта быуаттар археологик ҡомартҡыһы. Бөрө р‑ны Саруа а. көньяҡҡа табан 3,5 км алыҫлыҡта убалы теҙмә армытында урынлашҡан. 1959 й. Н.А.Мәжитов тарафынан асыла һәм өйрәнелә, 1988 й. Б.Б.Агеев, 1990 й. Т.И.Останина тикшерә. Ҡаласыҡ ялан яғынан ур (оҙонлоғо 120 м, киңлеге яҡынса 30 м, бейеклеге 6 м) һәм соҡор (тәрәнлеге яҡынса 2 м, киңлеге 10 м), морон яғынан 2 ур (бейеклеге 2 м, 4 м) м‑н уратып алынған. Керамика Бахмут мәҙәниәте, Пьяный Бор мәҙәниәте һауыттарынан ғибәрәт. Ҡомартҡы материалдары Милли музейҙа һаҡлана.

В.В.Овсянников

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: