Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРОЛОГИЯ

Просмотров: 1230

УРОЛОГИЯ (гр. uron — бәүел һәм ...логия), урология ауырыуҙарының этиологияһын, патогенезын өйрәнгән, уларҙы диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү ысулдарын эшләгән клиник медицина өлкәһе. Онкологик, гериатрик, балалар У., андрология, урогинекология айырыла. Башҡортостанда У. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 30‑сы йй. башлап Медицина университетында алып барыла. 1947 й. Өфөнөң Беренсе совет дауаханаһында (ҡара: Республика клиник дауаханаһы) респ. тәүге урология бүлексәһе асыла. 1949 й. Л.П.Крайзельбурд тарафынан БДМИ‑ның факультет хирургияһы каф. У. курстары ойошторолғандан һуң, И.‑Ғ.Ғ.Ҡадиров етәкс. травматик гидронефроздар, пуля яралағанда һейҙек ҡыуығы өҙлөгөүе һ.б.; 50—60‑сы йй. — бәүел‑енес системаһы туберкулёзы мәсьәләләре өйрәнелә, урологик ауырыуҙарҙы диагностикалауҙың клиник‑рентгенологик ысулдары эшләнә (М.В.Айыуханов, Р.З.Вәлиәхмәтов һ.б.). “Шафран”, “Глуховская” шифаханаларында ҡымыҙ м‑н дауалаусы фтизиоурологик бүлексәләр эшләй, уларҙа бәүел‑енес туберкулёзы м‑н ауырығандарҙы дауалау ысулдары эшләнә һәм камиллаштырыла (Вәлиәхмәтов, А.И.Ғафаров, Ю.Г.Шувалов, Н.Г.Хисмәтуллин). Бәүел‑енес ағзаларының специфик булмаған шешеү ауырыуҙарын дауалар өсөн “Янғантау” шифаханаһының һәм Ҡорғаҙаҡ сығанағы минераль һыуының тәбиғи факторҙары һөҙөмтәлелеге (Г.В.Коржавин, Крайзельбурд, И.И.Ҡотоев, М.Ф.Саҡаева, Ф.З.Шакиров), бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк ваҡытында киҫкен бөйөр етешмәүсәнлеге патогенезы, бәүел бүлеп сығарыу системаһындағы үҙгәрештәр өйрәнелгән, өҙлөгөүҙе диагностикалау һәм дауалау ысулдары эшләнгән (Е.И.Гермаш, И.М.Заһиҙуллин, А.Д.Кравец, Г.Х.Мирсаева, О.Е.Молодцова, Р.М.Уразаев, Р.М.Фазлыева). 70—80‑се йй. Вәлиәхмәтов етәкс. ҡатнаш үтеү юлдарынан урогениталь бөтәү яраларҙы оператив дауалау, нефроптоз, гидронефроз, бәүел‑енес ағзаларының аномаль үҫеше булғанда реконструктив‑пластик операциялар ысулдары һ.б. эшләнгән һәм индерелгән (Ғафаров, Ҡотоев, И.А.Тихонов, Шакиров). Респ. балалар клиник дауаханаһында балаларҙың урологик ауырыуҙарын дауалау ысулдары камиллаштырыла, балаларҙы диспансерлаштырыу б‑са ойоштороу мәсьәләләре ҡарала (Айыуханов, М.Ғ.Мәүлитова, З.Х.Әхмәтшин). 1991 й. Респ. клиник дауаханаһында дистанцион литотрипсия бүлексәһе асыла. 90‑сы йй. уртаһынан андрология кеше репродукцияһы, эректиль дисфункцияны консерватив һәм оператив дауалау, енси ағзаларға реконструктив‑пластик операциялар яһау (Коржавин, Р.И.Сафиуллин, Н.Р.Әхмәтов) йүнәлештәре б‑са үҫешә. 2000 й. башлап В.Н.Павлов етәкс. бәүел‑енес системаһының специфик булмаған шешеү ауырыуҙарын, бәүел‑енес туберкулёзын шифахана‑курорттарҙа, ш. иҫ. ҡымыҙ ҡулланып дауалау б‑са, бөйөр шештәрен, бәүел ҡыуығы рагын, һейҙек ташы ауырыуы рецидивтарын һ.б. дауалауҙы камиллаштырыу б‑са фәнни тикшеренеүҙәр алып барыла.

В.Н.Павлов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 05.05.2023
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: