Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУБЕРКУЛЁЗ

Просмотров: 1254

ТУБЕРКУЛЁЗ (лат. tuberculum — төйөрсөк), кеше һәм хайуандарҙың төрлө ағзаларын һәм системаларын зарарлаған, күп төрлө клиник сағылышлы специфик шешеү үҙгәрештәрен барлыҡҡа килтергән хроник инфекцион ауырыу. Тыуҙырыусылары — Mycobacterium tuberculosis, M. bovis, M. bovis BCG, M. africanum туберкулёз комплексы микобактериялары, тирә‑яҡ мөхит факторҙары тәьҫиренә тотороҡло. Инфекция алиментар, аэроген, әсә ҡарыны юлдары аша йоға. Т. микобактериялары үпкә, эсәктәр һ.б. ағза һәм туҡымаларға үтеп инеп, лимфа ағымы м‑н регионар лимфа үҙәктәренә эләгә, артабан организмға тарала һәм урынлашҡан ерендә беренсел шешеү, һуңыраҡ специфик патоморфологик үҙгәрештәр (туберкулёз гранулёмалары) барлыҡҡа килтерә.

Кеше Т. Балалар һәм үҫмерҙәрҙең туберкулёз интоксикацияһы, тын алыу ағзалары Т. (диссеминацияланған, ваҡ төйөрлө, сығанаҡлы һ.б.), башҡа ағза һәм системалар Т. (мейе ҡабығы, эсәк, һөйәк һәм быуындар һ.б.); беренсел (тыуҙырыусы организмға үтеп ингән мәлдән алып) һәм икенсел (ҡабаттан йоҡторғанда һәм ҡалдыҡ үҙгәрештәр реактивацияһы булғанда) осорҙарға айырыла. Инкубация осоро 4—8 аҙна тәшкил итә. Төп симптомдары: тән т‑раһы күтәрелеү, нейровегетатив ҡаҡшау, периферик лимфа төйөрө төркөмдәре киңәйеүе. Диагностика өсөн клиник‑эпидемиологик, инструменталь (бронхоскопия, рентгенологик һ.б.) һәм лаб. (бактериологик) тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау: медикаментоз (туберкулёзға ҡаршы препараттар), хирургик һ.б. Өҙлөгөүҙәр: үпкәнән ҡан килеү, ҡапыл башланған пневмоторакс, үпкә‑йөрәк етешмәүсәнлеге һ.б. Иҫкәртеү: соц., специфик (химиопрофилактика), халыҡҡа йыл һайын флюорография үткәреү, инфекция сығанаҡтарын санитар һауыҡтырыу һ.б. Башҡортостанда 100 мең кешегә Т. м‑н ауырығандар түбәндәгесә теркәлгән: 2005 — 46,2; 2007 — 43,2; 2009 — 40,1 кеше. Т. проблемаларын өйрәнеү м‑н фтизиатрия шөғөлләнә.

Мал Т. Үпкә, эсәк, енси ағза, быуын Т. һәм башҡа төр формалары була. Айырыуса һыйыр малы, сусҡа, тауыҡ бирешә. Тыуҙырыусы сығанаҡтары: ауырыу мал, асыҡ формалы Т. м‑н ауырыған кеше. Ауырыу башлыса мал аҙбарҙа саҡта, күпләп аҫралғанда, түбән сифатлы аҙыҡ ашатҡанда күҙәтелә. Инкубация осоро — 2—6 аҙна, йәшерен булғанда бер нисә йылға тиклем дауам итә. Төп симптомдары: регионар лимфа төйөрҙәре киңәйеү, аппетит юғалыу һ.б.; һыйыр малында үпкә Т. булғанда йүткереү, ғыжылдау, тән т‑раһы күтәрелеү; эсәктәр Т. ваҡытында эс китеү, патологик ҡушылмалы тиҙәк, аналыҡ һәм күкәйлек зарарланғанда — аборт, түлһеҙлек; тауыҡтарҙа хәрәкәтһеҙлек, йомортҡа һалыуҙан туҡтау һ.б. күҙәтелә. Т. йыш ҡына симптомһыҙ үтә. Диагностика өсөн эпизоотологик, клиник, патологоанатомик, аллергологик һәм лаб. тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Ауырыу мал һуғымға тапшырыла. Иҫкәртеү: малды системалы рәүештә тикшереп тороу (туберкулинизация), уларҙы ашатыу һәм аҫрауҙың зоогигиеник нормаларын үтәү, Т. б‑са насар хужалыҡтарҙы сәләмәтләндереү һ.б. Башҡортостанда малда Т. булыуы 20 б. 40‑сы йй. асыҡлана, киң таралыш ала һәм малсылыҡҡа ҙур иҡт. зыян килтерә. Комплекслы иҫкәртеү саралары үткәреү ауырыуҙы бөтөрөүгә булышлыҡ итә (респ. һыйыр малында Т. һуңғы осрағы 2000 й. теркәлә). Респ. диагностика һәм һауыҡтырыу сараларын ойоштороу мәсьәләләре б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 50‑се йй. алып Аграр университетта (Г.И.Исанин, А.Р.Кәримова, Ғ.Н.Моратшин, Е.Н. Сковородин, Л.Н.Судзиловский һ.б.), Ветеринария лабораторияһында (Ф.Ғ.Мөфтиев, А.С.Саттаров һ.б.) алып барыла.

У.Ғ.Ҡадиров, Е.Н.Сковородин, Х.Ҡ.Әминев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: