Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СУД РЕФОРМАҺЫ (1864)

Просмотров: 1515

СУД РЕФОРМАҺЫ (1864), 1864 й. 20 нояб. суд уставтары нигеҙендә судты һәм суд алып барыуҙы үҙгәртеп ҡороу, реформаларҙың (19 б. 6080‑се йй.) бер өлөшө. Судьяларҙың бойондороҡһоҙлоҡ, суд процесының асыҡлыҡ, телдән алып барылыу, һүҙ көрәштереү принциптарын иғлан итә, ҡатламдар судын бөтөрә. Присяжныйҙар суды, адвокатура, дөйөм (таж) һәм мировой судтар индерелә. Дөйөм суд инстанциялары округ суды һәм Суд палатаһынан торған. Башҡортостанда Александр II 1878 й. 2 майындағы “Өфө, Ырымбур һәм Әстерхан губерналарында дөйөм судтарҙан айырым мировой судтар индереү тураһында” указына ярашлы мировой судьялар институты индерелә. Өфө губернаһы 6 мировой суд округына (Бөрө, Бәләбәй, Златоуст, Минзәлә, Өфө, Стәрлетамаҡ) һәм 32 суд участкаһына, Ырымбур губернаһы 5 мировой суд округына (Верхнеурал, Орск, Силәбе, Троицк, Ырымбур) һәм 30 суд участкаһына бүленгән. 1892 й. 9 мартындағы “Өфө һәм Ырымбур губерналарында суд реформаһын тулыһынса индереү тураһында” указына ярашлы Енәйәт һәм гражданлыҡ суды палаталары урынына Өфө, Троицк, Ырымбур ҡҡ. 3 округ суды ойошторола. 1898 й. Өфө һәм Ырымбур губ. присяжный заседателдәр һәм адвокатура институттары индерелә.

Әҙәб.: Л е о н о в Н.И. Буржуазные реформы 60—70‑х гг. XIX в. в Башкирии. Уфа, 1993; А б д р а х м а н о в А.Ф. Государственное управление, суд и прокуратура Уфимской губернии 1865—1917 гг. Уфа, 2005.

Н.И.Леонов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: