Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРАЛ ТАУ ИДАРАЛЫҒЫ

Просмотров: 878

УРАЛ ТАУ ИДАРАЛЫҒЫ, коллегиаль учреждение (идара), 1886 й. алып Урал тау өлкәһендә тау сәнәғәте м‑н урындағы идара итеү органы. Тәүҙә 1714 й. Тау эштәре канцелярияһы (үҙәге — Көңгөр ҡ.) — Берг-коллегияның башҡарма органы (ҡаҙна з‑дтары м‑н идара иткән, шәхси з‑дтарҙы контролдә тотҡан; ҡара: Тау сәнәғәте); 1721 й. башлап Себер юғары тау етәкселеге, йәки Обер-бергамт (Уктус з‑ды), 1723 й. алып Себер обер-бергамты, 1734 й. — Себер һәм Ҡазан з‑дтары баш идаралығы канцелярияһы, 1781 й. — Пермь губ. ҡаҙна палатаһы ҡарамағындағы Тау экспедицияһы, 1797 й. — Заводтарҙың баш идараһы канцелярияһы, 1802 й. — Екатеринбург дөйөм тау етәкселеге, 1807 й. — Пермь, 1826 й. — Екатеринбург, 1831 й. — Урал тау идараһы, 1886 й. башлап У.т.и. тип үҙгәртелә. Ҡаҙна заводтары рәйесе йәки баш командиры (начальнигы), 1886 й. алып баш начальник (тау инженерҙары араһынан) етәкселек иткән. У.т.и. составына баш начальник ярҙамсыһы (махсус эштәр чиновнигы), маркшейдерҙар, округ инженерҙары, башҡарыусылар, бухгалтерҙар, юрисконсульт, тау майҙанын бүлеүселәр, урман ревизорҙары һәм кондукторҙар ингән. Ҡаҙнаның тау з‑ды һәм личный состав (формуляр исемлектәрҙе, идаралыҡтың личный составы хәрәкәтен алып барған, рудниктарҙағы һәм промыслаларҙағы биналарҙы һәм техник ҡоролмаларҙы төҙөгән һәм ремонтлаған һ.б.), шәхси завод һәм промыслалар (ятҡылыҡтарҙы тикшереүгә хоҡуҡ биргән таныҡлыҡ тапшырыу, шәхси пр‑тиелар эшен контролдә тотоу, бәхәсле һорауҙарҙы хәл итеү, статистик белешмәләр йыйыу һ.б.), шәхси алтын промыслаһы (С.‑Петербургтағы Аҡса һарайына алтын ебәреү, алтын промыслаларҙы асыуға һәм үҙләштереүгә документтар биреү һ.б.) эштәре бүлектәренән торған. 1917 й. У.т.и. бөтөрөлә.

Р.З.Мөҙәрисов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019