Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОДА

Просмотров: 1368

СОДА, күмер к‑таһының натрий тоҙҙарының техник атамаһы. Кальцинирланған сода, кристаллик (натрий карбонаты кристаллогидраттары, тығыҙлығы 1250 кг/м3), сәй, йәки аш С. (натрий гидрокарбонаты, тығыҙлығы 2200 кг/м3) айырыла. Каустик сода — натрий гидроксидының техник атамаһы. Натрий гидрокарбонаты — төҫһөҙ кристаллик матдә, 100—150°С т‑рала тарҡала, һыуҙа эрей (25°С т‑рала 9,4%‑ы). Һыуҙағы эретмәләре еңелсә һелтеле реакцияға эйә. Сәнәғәттә углекислый газ һәм аммиакты натрий хлоридының һыуҙағы туйынған эретмәһенә үҙ‑ара тәьҫир итештереп (аммиак ысулы), натрий карбонаты эретмәһе 75°С углекислый газ м‑н туйындырып алына. Алкоголһеҙ эсемлектәр, икмәк‑булка һәм кондитер изделиелары, дарыуҙар, ут һүндереүсе составтар етештереүҙә файҙаланыла. Башҡортостанда “Каустик” ААЙ‑нда күп күләмдә каустик С., илдә аш С. аммиак ысулы м‑н берҙән‑бер етештереү ойошторолған. Аш С. етештереү күләме 2000 й. — 63330, 2008 й. 49483 т тәшкил итә; Бөйөк Британия, Венгрия, Германия, Польша, Финляндияға ебәрелә.

Р.Н.Заһиҙуллин

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

 

    

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 01.08.2023
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: