Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ МАЛДАРЫН АҪРАУ

Просмотров: 1109

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ МАЛДАРЫН АҪРАУ, малдарҙы урынлаштырыу, ашатыу, уларға ҡулай зоогигиеник шарттар (ҡара: Зоогигиена) тыуҙырыу, көн тәртибен үтәүҙе үҙ эсенә алған мал тәрбиәләү саралары комплексы. Малсылыҡтың интенсивлаштырылыу кимәле һәм зо­наларҙың тәбиғи‑иҡт. үҙенсәлектәренән сығып аҙбарҙа (малдар йыл дауамында фермала ялан аҙбары булған биналарҙа тора, ҡышын ҡоро мал аҙыҡтары, концентрат мал аҙыҡтары һәм һутлы мал аҙыҡ­тарынан эшләнгән ҡатнаш, тулы рационлы аҙыҡтар, йәйен концентрат аҙыҡ ҡатнашмалары ҡушылған культураларҙың яңы йәшел массаһы ашатыла); аҙбарҙа һәм көтөүлектәрҙә (ҡышын биналарҙа аҫрала, йәйен — көтөүлектәрҙә); аҙбарҙа һәм йәйләүҙә (ҡышын биналарҙа була, йәйен — көтөүлек һәм һыу ятҡылыҡтары янында урынлашҡан күсмә һауыу ҡоролмаһы, лапаҫ, утлыҡса, һыу эсергестәр м‑н йыһазландырылған асыҡ типтағы майҙандарҙа, ашатыу йәшел конвейер иҫәбенә йәки көтөүлектәрҙә тормошҡа ашырыла); көтөүлектәрҙә (йыл әйләнәһенә көтөүлектәрҙә аҫрала; ҡара: Ауыл хужалығы малдарын ашатыу) А.х.м.а. ҡулланыла. Башҡортостанда башлыса аҙбарҙа һәм көтөүлектәрҙә, аҙбарҙа һәм йәйләүҙә А.х.м.а. файҙаланыла. Малдарҙы бинала аҫрауҙың төп ысулдары: бәйләп ҡуйыу (аҙбарҙарҙа, 2 ашатыу юлы булған 4 рәттә; ауыл хужалығы малдарының продуктлылығын иҫәпкә алып ашатыуҙы анығыраҡ итеп нормалаштырырға мөмкинлек бирә, мал аҙығы һалыу мобиль аҙыҡ таратҡыстар, тиҙәк сығарыу ҡырғыслы транспортёрҙар ярҙамында тормошҡа ашырыла; малдар көн һайын сығарып йөрөтөлә); бәйләмәйенсә: индивидуаль (тоҡом аттары аранда аҫрала, ҡасырыу, балалау һәм балаларын имеҙеү осоронда инә сусҡалар, яңы тыуған быҙауҙар — ситлектә) һәм төркөмләп (секцияларҙа, станоктарҙа — йәшенә, етештереү тәғәйенләнешенә, физиол. торошона ҡарап комплектланған төркөмдәр), һәр бер мал өсөн дөйөм мал аҙығы өҫтәле һәм ял итеү урыны ҡарала. Малды бәйләмәйенсә аҫрау ысулы “Алексеевка” с‑зында, Ҡырмыҫҡалы р‑нының “Артемида” крәҫтиән (фермер) хужалығында, Учалы р‑нының “Байрамғол агрофирмаһы” ЯСЙ‑нда һ.б. ҡулланыла. Сусҡасылыҡта малдар ялан аҙбарҙа аҫрала: станок һәм иркен ялан аҙбарҙа (тоҡомсолоҡ һәм репродуктив пр‑тиеларҙа), аҙбарҙа (“Рощинский” с‑зы, “Башҡортостан беконы” ЯСЙ һ.б.). Комплекстарҙа тоҡом ата сусҡалары, быуаҙ һәм имеҙеүсе сусҡалар индивидуаль станоктарҙа тора. Сәнәғәт сусҡасылығы пр‑тиеларында ашатыу башлыса ҡоро концентрат тибы б‑са, тулы рационлы ҡатнаш мал аҙыҡтары ҡулланып тормошҡа ашырыла. Һарыҡсылыҡта аҙбарҙа һәм көтөүлектәрҙә А.х.м.а. ҡулланыла. Йылҡысылыҡта атлыҡсала (тоҡом һәм спорт аттары аранда аҫрала, эш аттары — аҙбарҙа йәки бәләкәй төркөмдәр м‑н ялан кәртәлә) һәм өйөрҙә А.х.м.а. (ҡара: Өйөр йылҡысылығы) ҡабул ителгән. Производство процестарының (аҙыҡ таратыу, биналарҙы таҙартыу, малдарҙы йөрөтөү, һауыу һ.б.) сиратлашыуы һәм ваҡыты А.х.м.а. режимына ярашлы тормошҡа ашырыла. А.х.м.а. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 30‑сы йй. аҙағынан Аграр университетта һәм Ауыл хужалығы институтында алып барыла.

Әҙәб.: Смешанные и одновидовые посевы кормовых культур в решении проблемы белка на этапах биоценоза: корм — животные — продукция / Х.Г.Ишмуратов [и др.]. Уфа, 2006; Энергосберегающие технологии производства кормов, эффективность их использования животными при производстве молока и говядины / Х.Г.Ишмуратов [и др.]. Уфа, 2006.

Р.С.Ғиззәтуллин, Х.Ғ.Ишморатов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: