Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺУТЛЫ МАЛ АҘЫҠТАРЫ

Просмотров: 1029

ҺУТЛЫ МАЛ АҘЫҠТАРЫ, ҡатнашмалы һыу миҡдары юғары булған (40%‑тан ашыу) мал аҙыҡтары. Һ.м.а. йәшел мал аҙығы, тамыраҙыҡтар, бүлбеаҙыҡтар, ҡауын‑ҡарбуз культуралары, силос, сенаж инә. 1 кг Һ.м.а. туҡлыҡлылығы — 0,10—0,34 мал аҙығы берәмеге, ҡоро матдәһе еңел үҙләштерелеүсе углеводтарға (крахмал, шәкәр) бай. Бөтә а.х. малдары яратып ашай, ҡоро мал аҙыҡтары һәм концентрат мал аҙыҡтары м‑н ҡушып ашаталар. Ҡышҡы осорҙа Һ.м.а. төп төрө булып силос һәм сенаж, йәйге осорҙа — йәшел мал аҙығы тора, уны рациональ ҡулланыу өсөн йәшел конвейер ойошторола. Йыллыҡ мал аҙыҡтары структураһында йәшел мал аҙығы өлөшөнә энергетик туҡлыҡлылыҡтың 25— 35%‑ҡа тиклеме, йәйге осорҙа көйшәүсе малдарҙың һәм йылҡының рационында — 75—85%‑ы һәм унан күберәге тура килә. Ҡышҡы осорҙа һыйыр малының рационында Һ.м.а. өлөшөнә энергетик туҡлыҡлылыҡтың 40—55%‑ы, сусҡаларҙыҡында — 15—25%‑ы инә. Башҡортостан хужалыҡтарында Һ.м.а. төп төрҙәре — йәшел мал аҙығы, силос, сенаж һәм тамыр‑бүлбеаҙыҡтар. Һ.м.а. әҙерләү һәм һаҡлау технологияларын камиллаштырыу б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 50‑се йй. алып Ауыл хужалығы институтында (И.Л.Аллабирҙин, Х.Ғ.Ғөбәйҙуллин һ.б.), Аграр университетта (Т.Ә.Фәритов, Ф.С.Хәзиәхмәтов һ.б.) үткәрелә. Шулай уҡ ҡара: Мал аҙығы етештереү.

Әҙәб.: Ф а р и т о в Т.А. Корма: заготовка, хранение и подготовка к скармливанию. Уфа, 2005; ш у л у ҡ. Корма и кормовые добавки для животных. Уфа, 2008.

Т.Ә.Фәритов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: