Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЫЯЛА-СҮС МАТЕРИАЛДАР

Просмотров: 1085

БЫЯЛА-СҮС МАТЕРИАЛДАР, химик быяла сүстәр (ҡара: Химик сүстәр) нигеҙендә эшләнгән материалдар. Өҙлөкһөҙ (оҙонлоғо 20 км һәм унан да ашыу, диам. 3—100 мкм булған ептәр), штапель (1—50 см, 0,1—20 мкм); диам. б‑са — үтә нәҙек (1 мкм кәмерәк), супернәҙек (1—3), нәҙек (4—12), ҡалынайтылған (12—25), ҡалын (25 мкм күберәк); составы б‑са — кварц, кремнезём, натрийборсиликат, ванадий, молибденлы һ.б.; тәғәйенләнеше б‑са юғары т‑раға сыҙамлы, юғары ныҡлыҡтағы, ярым үткәргес, капилляр һ.б. сүстәрҙе айыралар. Йылыға, химик, механик тәьҫиргә сыҙамлылығы, диэлектрик үҙенсәлеге юғары, йылы үткәреүсәнлеге, термик киңәйеүсәнлек коэф. түбән. Башҡортостанда Б.-с.м. ҡалдыҡһыҙ етештереү (органик булмаған быяла иретмәһенән — нәҙек ептәр бәйләменә фильерала форма биреү, артабан һуҙыу, реагенттар м-н эшкәртеү, май буяу, киптереү, сиратыу; штапель ептәрҙе иретелгән быяла ағымын пар, эҫе газ йәки һауа ярҙамында өҙөү юлы м‑н) 1961 й. — Өфө текстиль быяла-сүс з‑дында (ҡара: “СТЕКЛОНиТ”), 1962 й. Салауат техник быяла з‑дында (ҡара: “Салаватстекло”) үҙләштерелә. “СТЕКЛОНиТ” ААЙ бәләкәй быяла шарҙар (ярым фабрикаттар, ш. иҫ. пигменттарҙы диспергирлау, супернәҙек быяла‑сүс ептәр етештереү өсөн), аппретурланған быяла онтағы (полиамидтар өсөн тулыландырыусы), комплекслы сиратылған ептәр (йылылыҡ үткәрмәүсе материалдар эшләү өсөн), ровингтар (уралған изделиелар, һырылған материалдар һәм торбалар өсөн), быяла туҡымалар (декоратив, электротехник, конструкцион), арматураланған (киҫелмәле абразив түңәрәктәрҙе нығытыу өсөн) һәм ептән һырылған (асфальтбетон ҡапламдарҙы, осоу‑ултырыу һыҙаттарын көсәйтеүсе) быяла селтәрҙәр, быяла маттар (химик, йылылыҡ таратыусы ҡорамалдарҙы изоляциялау өсөн), быяла пластиктар, рулонлы (ҡорамалдар, үткәргес торбаларҙы изоляциялау өсөн; биналарҙың фасады, эске һәм тышҡы йөҙөндә штукатурка һәм шпаклёвка ҡатламдарын арматуралау өсөн Стеклонит‑интерьер, ‑универсал, ‑фасад тибындағы) Б.‑с.м. эшләп сығара. “Салаватстекло” ААЙ супернәҙек штапель сүсенән бәләкәй быяла шарҙар, быяла сүстәр, йылылыҡ үткәрмәүсе материалдар етештерә. Өҙлөкһөҙ сүстәрҙән филамент ептәр (сиратылған комплекслы; 50—800), бер йүнәлешле таҫмалар, жгуттар (10— 60 комплекслы ептән), туҡымалар (полотно, саржа, сатин һ.б.), туҡылмаған материалдар; штапелдән мамыҡ, киндер, мат, плиталар етештерәләр. Б.‑с.м. быяла пластиктар, фильтрлаусы, композициялы материалдар, оптик сүстәр етештереүҙә ҡулланыла. БР-ҙа Б.‑с.м. “Теплоизоляция” ААЙ һ.б. пр‑тиелар ҡуллана.

Ю.А.Сангалов

Тәрж. Л.И.Шарапова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: