Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХИМИК СҮСТӘР

Просмотров: 1109

ХИМИК СҮСТӘР, сүс барлыҡҡа килтергән полимерҙарҙыңэретмәләренән һәм иретмәләренән формалана. Башланғыс сеймалдың төрөнә бәйле яһалма (ацетат, вискоза, баҡыр-аммиак сүстәр – тәбиғи полимерҙарҙан, башлыса целлюлозанан алына), синтетик (синтетик полимерҙарҙан – полиамид, полиэфир, полиакрилонитрил, полиолефин һ.б.), ш. уҡ органик булмаған берләшмәләрҙән алынған (металл, быяла) сүстәр айырыла. Х.с. күпселегенә тәбиғи сүстәр м-н сағыштырғанда юғары ныҡлыҡ, һығылмалылыҡ, аҙ таушалыу, ышҡылып туҙыуға сыҙамлы булыу хас. Х.с. өҫтөнлөктәре – етештереү өсөн сеймал базаһының ҙур булыуы һәм уларҙың үҙсәнлектәрен (термо­һәм химик сыҙамлылыҡ) йүнәлешле үҙгәртеп булыу мөмкинлеге. Дымды аҙ тартыуы һәм электрланыуы юғары булыу уларҙың санитария-гигиена үҙсәнлектәрен насарайта. Башҡортостанда полиолефин (ҡара: Полипропилен, Полиэтилен) һәм полиэфир (ҡара: Карбон кислоталары, Эфирҙар) Х.с. алыу өсөн сеймал етештерелә. “Туймазытекс” ААЙ-нда, 2005 й. алып Туҡылмаған материалдар ф-каһында (Туймазы ҡ.) полиэфир Х.с. нигеҙендә юл төҙөүҙә (ҡара: Юл япмаһы), махсус кейем тегеү, үткәргес торбаларҙы һаҡлау өсөн ҡулланылған геотекстиль һ.б. синтетик материалдар; линолеум, яһалма күн, гидроизоляция һәм түбә материалдары етештереүҙә, ш. уҡ йомшаҡ мебель сығарыуҙа нигеҙ сифатында файҙаланылған туҡылмаған полотнолар; полипропилен Х.с. – һыу ятҡылыҡтарын һәм тупраҡөҫтөн нефть һәм нефть продукттарынан һ.б. таҙартыу өсөн абсорбциялау материалы (сормат) уйлап табыла һәм етештерелә. Башлыса комплекслы ептәр (текстиль, техник, корд) рәүешендә эшләп сығарыла; төрлө туҡымалар, туҡылмаған материалдар, ортопедик изделиелар, фильтрҙар һ.б. етештереү өсөн файҙаланыла. 2005 й. туҡылмаған материалдар ф-каһында — синтепон, “Полиэф” ААЙ-нда терефталь к-таһы (полиэфир Х.с. әҙерләү өсөн) етештереү үҙләштерелә. Синтетик Х.с. балаҫ изделиелары (“Ағиҙел” башҡорт сәнғәт әйберҙәре кәсебе), туҡымалар (2010 й. тиклем Башҡортостан буҫтау комбинаты; Өфө кизе‑мамыҡ комбинаты) һәм трикотаж (Өфө трикотаж фабрикаһы) етештереү өсөн ҡулланыла. “Салаватстекло” һәм “СТЕКЛОНиТ” ААЙ-лары быяла сүс һәм еп (ҡара: Быяла‑сүс материалдар), Мәләүез төҙөлөш материалдары заводы – минераль мамыҡ һәм “Термостепс” ААЙ минераль мамыҡтан эшләнгән изделиелар сығара.

Әҙәб.: Р о г о в и н З.А. Основы химии и технологии химических волокон: в 2 т. 4-е изд., перераб. и доп. М., 1974.

Р.Х.Ҡудашев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019