Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СТЕРЕОРЕГУЛЯР ПОЛИМЕРҘАР

Просмотров: 896

СТЕРЕОРЕГУЛЯР ПОЛИМЕРҘАР. С.п. макромолекулалары бер төрлө йәки законға ярашлы сиратлашҡан төрлө стереоизомерҙарҙан (ҡара: Полимерҙар стереоизомерияһы, Стереохимия) тора. Сығышы б‑са тәбиғи (аҡһымдар, гуттаперча, нуклеин кислоталары, тәбиғи каучук һ.б.) һәм синтетик (полибутадиен, полиизопрен, полипропилен һ.б.); төп сылбырҙа (тактлылыҡ) стереоизомерия эквивалент үҙәктәренең регуляр урынлашыуы б‑са — изо‑ (һәр мономер быуында 1 йәки 2 стереоизомерия үҙәге һәм бер төрлө конфигурациялы күрше үҙәктәр бар) һәм синдиотактик (ҡапма‑ҡаршы конфигурациялы); һаны б‑са — моно‑ (1 үҙәккә ҡарата регулярлыҡ) һәм дитактик (2 үҙәккә ҡарата); стереорегулярлыҡ дәрәжәһе б‑са микро‑ (локаль тәртипкә килтерелгән), макротактик (юғары кристаллы полимер) С.п. бүленә. Шулай уҡ стереоблоксополимерҙар (төрлө типтағы стереорегуляр эҙмә- эҙлелектәрҙән торған макромолекулалар) айырыла. Башлыса изотактик С.п. осрай; синдиотактик С.п. — полипропилен, полибутадиен, түбән т‑рала радикал полимерлашыу м‑н алынған ҡайһы бер поляр полимерҙар. С.п. өсөн өс үлсәмле кристалдар барлыҡҡа килеү хас. Ситтәге төркөмдәр булғанда макромолекулалар кристаллик өлкәләр, икеләтә бәйләнеш, төп сылбыр б‑са регуляр урынлашҡан сит тармаҡланыуҙар һәм цикллы алмаштырыусылар булғанда — спираль конформациялар барлыҡҡа килтерә. С.п. үҙенсәлектәре кристаллик өлкәләрҙең үлсәменә, мономер быуындағы алмаштырыусыларға бәйле. Стереорегулярлыҡ рентген структуралы анализ, инфраҡыҙыл, ядро- магнит резонансы спектроскопияһы ярҙамында билдәләнә; ҡайһы саҡ экстракция мәғлүмәттәре м‑н бәйле һ.б. Металорганик берләшмәләр, уларҙың комплекстары, оптик актив ионлы инициаторҙар булғанда стереоүҙенсәлекле полимерлашыу, радикал полимерлашыу (мономерҙарҙың сит группаларының үҙ‑ара этәрелеүе йәки ҡаты матрицала мономерҙың ҡырҡа предориентацияһы арҡаһында координациялау) һөҙөмтәһендә алына. Башҡортостанда изо‑, синдиотактик полипропилен, этилендың пропилен м‑н сополимерҙары (“Уфаоргсинтез” ААЙ), изо‑, синдиотактик полистирол (“Газпром нефтехим Салават” ААЙ), полипиперилен (Стәрлетамаҡ нефтехимия заводы), цис‑полиизопрен, полипиперилен (“Каучук” ЯАЙ), поливинилхлорид (“Каустик” ААЙ) һ.б сығарыла. 20 б. 60‑сы йй. аҙ. Химия ин‑тында (ҡара: Органик химия институты) Ю.Б.Монаков, С.Р.Рафиҡов етәкс. С.п. синтезлау өсөн катализаторҙар булдырыу б‑са тикшеренеүҙәр башлана. Стереорегуляр полидиендар алыр өсөн лантанидлы (Х.Ҡ.Ғәҙелева, Н.В.Дувакина, В.Г.Козлов, Н.Г.Марина, Н.Х.Минченкова, И.Р.Муллағәлиев, И.Г.Савельева, Н.Н.Сигаева), синтетик гуттаперча алыр өсөн ванадийлы (Козлов, В.Г.Марцина, К.С.Минскер, Муллағәлиев, В.А.Розенцвет, Сигаева, Г.А.Толстиков, Б.И.Пантух, А.Г.Лиакумович) каталитик системалар; С.п. синтезлар өсөн алюминорганик берләшмәләр нигеҙендә сокатализаторҙар эшләнә (Стәрлетамаҡ һәм Воронеж синтетик каучук з‑дтарында индерелгән; Г.А.Берг, Козлов, А.В.Кучин, Лиакумович, Минченкова, Муллағәлиев, К.В.Нефедьев, З.М.Сабиров, Савельева, Сигаева, В.П.Юрьев). БДУ‑ла Минскер етәкс. С.п. алыу механизмын тикшереү үткәрелә (М.М.Карпасас, В.М.Янбарисов).

Н.Н.Сигаева

Тәрж. Ф.А.Ғималова

 


 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: