Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУРБОДЕТАНДЕР

Просмотров: 988

ТУРБОДЕТАНДЕР (лат. turbo — ҡойон һәм detendere — көсһөҙләндереү), адиабатик киңәйеүе процесында турбинаның әйләнеүе иҫәбенә тышҡы эште башҡарған газды һыуытыу өсөн тәғәйенләнгән йылылыҡ машинаһы. Ағым хәрәкәтенең йүнәлеше б‑са үҙәккә ынтылған, үҙәктән ынтылған һәм күсәр; соплоларҙа газдың киңәйеү дәрәжәһе б‑са — актив һәм реактив; киңәйеү баҫҡыстарының һаны б‑са — бер һәм күп баҫҡыслы Т. айырыла. Газ сәнәғәтендә газ бүлеү станцияларында газды магистраль газ торбаларынан газ бүлеү селтәрҙәренә ебәреү ваҡытында уның баҫым энергияһын утилләштереү, газ эшкәртеү з‑дтарындағы ҡулайламаларҙа газдарҙы шыйығайтыу һәм ныҡ һыуытыу ысулы м‑н газ ҡатышмаларын айырыу һ.б. өсөн ҡулланыла. Башҡортостанда 2004—06 йй. “Мотор” пр‑тиеһында Авиация техник университеты, Технология һәм производствоны ойоштороу институты м‑н берлектә газ киңәйеүе энергияһын электр энергияһына үҙгәрткән Т. эшләнгән. Шулай уҡ шыйығайтылған ауыр углеводородтарҙы һәм һыуытыу ресурстарын алырға мөмкинлек бирә. Шулай уҡ ҡара: Икенсел яғыулыҡ‑энергетика ресурстары.

Х.С.Ғүмәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019