Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙЫЛЫЛЫҠ МАШИНАҺЫ

Просмотров: 1169

ЙЫЛЫЛЫҠ МАШИНАҺЫ, йылылыҡ энергияһын механик эшкә йәки киреһенсә әүерелдереүсе ҡоролма. Әүерелдереү эш башҡарыусы есемдең (пар, газ, хладагент һ.б.) эске энергияһы үҙгәреүе иҫәбенә башҡарыла. Й.м. әйләнмәле термодинамик процесс (тура йәки кире) бара. Йылылыҡ двигателдәре һәм ҡулайламалары, компрессорҙар (механик эш газды ҡыҫыу һәм йылытыу өсөн ҡулланыла), һыуытыу машиналары (йылылыҡ һыуытыла торған есемдән алына һәм тышҡы энергия сарыф ителеү иҫәбенә һыуытҡыс мөхиткә тапшырыла), йылылыҡ насостары (һауа, һыу, тупраҡ һәм башҡалар йылылығы тышҡы энергия сарыф ителеү иҫәбенә т‑раһы юғарыраҡ булған йылылыҡ алғысҡа тапшырыла) айырыла. Й.м. транспортта, сәнәғәттә, энергетикала һәм кешелек эшмәкәрлегенең башҡа өлкәләрендә файҙаланыла. 20 б. 90‑сы йй. ӨДАТУ‑ла тирә‑йүндәге һауанан йылылыҡты алыу өсөн (В.А.Трушин), ӨДНТУ‑ла — йылытыу һәм һыу м‑н тәьмин итеү системаһында ҡулланыла торған эҫе һыуҙы алыу өсөн (Н.А.Евтюхин, А.В.Мартынов) йылылыҡ насосы, 2004—06 йй. “Мотор” ҒПП‑нда икенсел йылылыҡ ресурстарын утилләштереү өсөн турбодетандер уйлап табыла. Башҡортостанда 30‑сы йй. уртаһынан Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе эске яныулы двигателдәр, 60‑сы йй. уртаһынан “Гидравлика” ФДУП‑ы ярҙамсы энергия ҡулайламалары сығара.

В.А.Трушин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019