Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӨХВӘТОВ Миңлеғәли Бәҙретдин улы

Просмотров: 676

ТӨХВӘТОВ Миңлеғәли Бәҙретдин улы (7.7.1930, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Теләш а., хәҙ. БР‑ҙың Мәсетле р‑ны, — 13.11.2017, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), математик. Техник ф. д‑ры (1991), проф. (1991). Үзбәк ССР‑ының халыҡ мәғарифы отличнигы (1981). Мәсәғүт уҡытыусылар ин‑тын тамамлаған (1954). Мәсетле һәм Нуриман р‑ндары мәктәптәрендә уҡыта. Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1961) 28‑се почта йәшниге пр‑тиеһының хисаплау үҙәгендә (Бийск ҡ.) эшләй. 1964–67 йй. Ҡустанай пед. ин‑тында, 1970 й. алып Ташкент халыҡ хужалығы ин‑тында, 1994—2011 йй. БДАУ‑ҙа уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге оптималләштереү мәсьәләләрен хәл итеүгә, моделдәр әҙерләүгә арналған. Т. тарафынан эксперимент һөҙөмтәләрен матем. юл м‑н эшкәртеү ысулдары, ойоштороу‑технологик процестарҙың һәм ҡатмарлы системаларҙы һан яғынан анализлауҙың моделдәре эшләнгән. 30‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Весовые методы в математическом программировании. Ташкент, 1981; Задачи и принципы построения АСУ ВУЗ. Ташкент, 1982.

В.Ш.Вәлиев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.11.2019
Связанные статьи: